6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Иҫтәлекле даталар

Тамырҙары ныҡлы
13.10.04


       Ун дүртенсе тапҡыр Республика көнөн билдәләйбеҙ. Бер яҡт ан, ваҡыт күҙ асып йомған арала үткән кеүек. Ә икенсе яҡтан ҡарағанда, яңы быуын үҫеп өлгөрҙө - тиҙҙән был егет һәм ҡыҙҙ ар паспорт алып, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең тулы хоҡуҡлы граж дандарына әйләнәсәктәр. Уларҙың күҙ алдында үткән ваҡиғаларҙ ан китап яҙырға мөмкин булыр ине. Ата - әсәләре, олатай - ол әсәйҙәренең ғүмере иһә ваҡиғаларға тағы ла байыраҡ булды. Су веренитет иғлан ителгәндән һуң Башҡорт Урал аръяғында булып үткән ыңғай үҙгәрештәргә иғтибар итмәҫкә мөмкин түгел. Күрше
       төбәктәр фонында улар айырыуса күҙгә ташлана. Юлдар, күперҙ әр төҙөү, газ һәм телефон үткәреү генә түгел, яңы мәҙәниәт й орттары, мәктәптәр, һаулыҡ һаҡлау объекттары ла төҙөү...
       Был үҙгәрештәрҙең сығанағы Башҡортостандың беренсе баш ҡа лаһы, Баймаҡ районының Темәс ҡасабаһында булыуы билдәле. Үҙ ваҡытында Салауат Юлаев менән Зәки Вәлиди көрәшкән, үткән бы уаттың 90 - сы йылдарында Мәскәүҙә танылған ғәҙеллектең тамы рҙары тап Темәстә ята, ә инде уның сатыры булып социаль күрһ әткестәр буйынса Рәсәй төбәктәре араһында яҡшы һөҙөмтәләргә
       өлгәшкән республикабыҙ тора. Шуға күрә Темәс ҡасабаһы хаҡын да һүҙ ҡуҙғатыуым осраҡлы түгел. 1866 йылға тиклем ул Ырымбу р губернияһының алтынсы кантонына инә. Ун туғыҙынсы быуаттың
       икенсе яртыһында Темәстә күн һәм кирбес заводтары, тирмән, оҫтаханалар барлыҡҡа килә, сауҙа һәм ер эшкәртеү юлға һалына . Ике мәсет һәм мәҙрәсә төҙөлә. Ҡасаба бик йылдам үҫә. 1885 йылда унда 950 кеше, ә егерменсе быуат башында ике меңгә яҡ ын кеше йәшәй. 1906 йылда яңы системалы мәктәп асыла һәм ба лаларға арифметика, тарих, география кеүек фәндәрҙән белем б ирә башлайҙар.
       Темәстәрҙең бер көйгә генә аҡҡан тормошона һуғыш үҙгәрешт әр индерә. Артабан революция, тағы һуғыш... 1919 йылдың 18 ф евралендә Зәки Вәлиди етәкселегендәге башҡорт хәрби частәре тулыһынса совет власы яғына күсә һәм 21 февралдә Башҡорт Сов ет республикаһы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1919 йылд ың мартында уның баш ҡалаһы тип Темәс иғлан ителә...
       ... Ун йыл элек республиканың тәүге баш ҡалаһы Башҡортост ан Президенты Мортаза Рәхимов Указы менән тарихи - мәҙәни үҙ әк тип иғлан ителде. Бөгөн 15 милләт вәкиле йәшәүсе ҡасабаны
       танырлыҡ та түгел. Урамдарҙа асфальт, барлыҡ социаль объект тар зәңгәр яғыулыҡҡа күсерелгән. Шәхси секторға газ үткәреү тамамланыу стадияһында тора. Мөһабәт манаралы мәсет ауылды б иҙәп ултыра. Ҡасабала һыу үткәргес, тирмән, баҙар комплексы,
       һөт заводы һәм башҡалар эшләй.
       Темәстә халыҡты эш менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү буйынса күп эш башҡарыла. БР Президенты һәм Хөкүмәте, Баймаҡ
       район һәм ҡала хакимиәте ярҙамы менән урындағы етештереү өл кәһендә лә эштәр ыңғай бара.

Анатолий Пастухов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал