6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Президент стипендияһы алдылар, тимәк министрлыҡҡа бер аҙым ҡ алды
12.10.04


       Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетында студент, асп ирант һәм докторанттарға президент стипендияһын тапшырыу тан танаһы үтте. Уны БР мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина һәм БДУ ректоры Мөхәмәт Харрасов асты.
       - Беҙ республиканың төп дәүләт байрамы - БР дәүләт сувер енитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө алдында торабыҙ , - тине Мөхәмәт Харрасов. - Был йыл республика өсөн тотороҡ ло үҫеш йылы булып торҙо.
       Зөһрә Йыһануровна Башҡортостан Хөкүмәте исеменән "мәғариф
       үҫешенә ҙур өлөш индереүсе рухи, фәнни һәм мәҙәни үҙәк булы п тороусы" БДУ коллективына һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләне.
       Мәғариф министры үҙенең сығышында билдәләп үтеүенсә, Башҡо ртостан Республикаһында 12 үҙаллы вузда 128 меңдән ашыу студ ент белем ала.
       - Бөгөн юғары уҡыу йорттары уңышлы үҫешһен өсөн бүленгән средствоны етерлек кимәлдә тип әйтеп булмай, әммә беҙ яҡын а рала был хәл яҡшы яҡҡа үҙгәреүенән өмөттө өҙмәйбеҙ, - тине З өһрә Рәхмәтуллина. - Мәғариф өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр ҙә е терлек. Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта беҙҙең вуздарҙа 50 яңы һөнәрг ә уҡытыу, 22 яңы факультет, 125 кафедра барлыҡҡҡа килде. Сту денттарҙың яртыһы бюджет иҫәбенә белем ала. Башҡортостанда д онъяның төрлө мөйөштәренән 373 егет һәм ҡыҙ уҡый.
       - Президент стипендияһына ғилми тикшеренеүҙәрҙә ҙур уңышт арға өлгәшкән, етди ғилми эштәр авторҙары булып өлгөргән сту дент, аспирант һәм докторанттар лайыҡ була. Президент стипен дияһы ҙур яуаплылыҡ өҫтәүен дә онотмаһағыҙ ине, - тип мөрәжә ғәт итте Зөһрә Йыһанур ҡыҙы студенттарға.
       Мөхәмәт Харрасов үҙ сиратында университеттың үҙ стипендиа ттары, уларҙың уңыш - ҡаҙаныштары менән ғорурланыуын белдерҙ е.
       - Йәштәр өсөн фән артабан да үҙ әһәмиәтен юғалтмаҫ һәм бе ҙҙең ғалимдарҙың исеме Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә
       лә билдәле булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ, - тине ул.
       Барлығы Башҡорт дәүләт университетында 46 кеше: 26 студен т, 20 аспирант һәм докторант президент стипендияһына лайыҡ б улды. Ошо уҡ ваҡытта президент стипендияһы менән наградлау Ө фө дәүләт авиация техник университетында һәм Өфө дәүләт нефт ь техник университетында үтте. БР вуздарында барыһы 135, урт а махсус уҡыу йорттарында - 125 студент президент стипендияһ ы аласаҡ. Һуңғылары 500 һум, вуз тәрбиәләнеүселәре - 800 һум
       алып уҡый. 55 аспирант 1500 һум президент стипендияһы, 15 д окторант - өсәр мең ала. Президент стипендияһы алыусы тағы у н студент Башҡортостандан ситтә белем ала.
       Тантана аҙағында Зөһрә Рәхмәтуллина йәш ғалимдарға иң мөһ име үҙ көсөңә ышаныу тип билдәләне.
       - Мин дә үҙ ваҡытында ике тапҡыр Президент стипендияһына лайыҡ булдым, ә хәҙер, күреп тораһығыҙ, министр вазифаһын ба шҡалам! Тимәк, һеҙҙең барыһы ла алда әле.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал