6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

"Тиль" нисек тыуа
12.10.04


       Ярым ҡараңғы камера залында Мөсәлим Ҡолбаевтың тауышы шы м ғына булып ишетелде:
       - Нимәлер дөрөҫ түгел... Өлөштәргә таралып төшкән кеүек. Әйҙәгеҙ яңынан тағы бер тапҡыр ҡабатлайыҡ...
       "Бына һиңә кәрәк булһа, ә режиссерҙарҙың барыһы ла актерҙ арға ҡысҡыра, әрләй тигән булалар", - тип уйлап ҡуйҙым мин.
       Был көндө миңә Йәштәр театрының "Тиль" тип исемләнгән яңы
       спектакль өҫтөндә эшләүҙәрен күҙәтеү һәм рус труппаһының ба ш режиссеры Мөсәлим Ҡолбаев менән һөйләшеү бәхете тейҙе.
       - Һеҙ һәр ваҡыт шулай тынысмы
       - Эйе. Мин бик һирәк ҡысҡырам. Минең өсөн һөҙөмтә мөһимер әк. "Тиль" спектаклен ҡуйыуға әҙерлек үткән миҙгел аҙағында уҡ башланғайны. Премьераға тиклем аҙ ваҡыт ҡалып бара, шуға күрә актерҙар бар көсөн биреп тырыша. Репетиция алты сәғәт д ауам итә.
       Репетиция ваҡытында актерҙарҙың ижади эҙләнеүҙәрен күҙәте ү бик ҡыҙыҡ. Аҡрын ғына икенсе донъяға, йәғни ун алтынсы быу аттағы Фландрияға барып сыҡҡандай булаһың. Бына Фландрияның Йөрәге - ҡыҙғаныс, шул уҡ ваҡытта тәүәккәл дә булған Неле ( Лира Лямкина), яуызлыҡты кәүҙәләндереүсе Филипп (Игорь Панов ), Фландрияның хурлығы - Йост ( Андрей Шрайнер) һәм, ниһайәт , Фландрияның рухы - рәссам Тиль Уленшпигель ( Андрей Ганиче в).
       - Андрейға был ҙур күләмле ролде яҡшы итеп башҡарып сығыу
       өсөн бик күп эшләргә тура килә. Тиль - бик ҡатмарлы роль. У л философ та, кәмит оҫтаһы ла, шағир һәм музыкант та, аҡыллы , изге, ғәҙел һәм шат.
       "Тиль" - уны ҡараусы һәр тамашасы үҙен борсоған һорауҙарға
       яуап таба алырлыҡ, бик мауыҡтырғыс спектакль булырға оҡшай.
       Аҙағы фажиғәле тамамланыуына ҡарамаҫтан Гориндың был пьесаһ ы бик күп ыңғай хис - тойғолар алып килә, донъяға икенсе күҙ лектән ҡарарға ярҙам итә. Ә премьераны көтөргә оҙаҡ ҡалманы инде - 17 октябрь көнө Йәштәр театры үҙенең яңы миҙгелен аса саҡ.

Екатерина Волкова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал