6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тирә - яҡ мөхитте һаҡлау йылы

Башҡортостанда экофорум: ғорурланырға урын бар
12.10.04


       "БАШвестЪ" гәзите "Башҡортостан иҡтисады һәм экология" тип аталған Бөтә Рәсәй журналистар ассамблеяһы тураһында хәб әр иткәйне инде. Был яуаплы сараны ойоштороусы булып БР Хөкү мәте, МедиаСоюз экология журналистика Гильдияһы, "Рәсәй экол огияһы" конкурсын ойоштороу комитеты, Башҡортостан Тәбиғәт р есурстары министрлығы, республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Мат буғат, нәшриәт һәм полиграфия идаралығы, БР Курорттар, шифах аналар һәм ял йорттары идаралығы һәм башҡалар сығыш яһай.
       Экофорумды үткәреү урыны итеп юҡҡа ғына Башҡортостан һайл анмаған: 2004 йыл беҙең республикала Тирә - яҡ мөхитте һаҡла у йылы тип иғлан ителде. Һәм беҙгә тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенә н ғорурланырлыҡ, коллегаларыбыҙға күрһәтерлек урындар етерл ек. Тыуған яғыбыҙ байлығын күрһәтеп сығыр өсөн ай ҙа етмәйәс әк, әлбиттә, ә бында һүҙ дүрт көн тураһында бара. Шуға күрә ҡунаҡтарҙы бик бай һәм мауыҡтырғыс программа көтөүе аңлашыла .
       Тәүге көнө улар баш ҡала менән танышасаҡ. Ҡунаҡтар БР Мил ли музейы, "Ҡунаҡтар һарайы", Салауат Юлаев һәйкәле, Еңеү па ркы, театрҙар, храм, мәсеттәрҙә булырға планлаштыра. 13 октя брь иң тығыҙ көн булырға оҡшай. Беренсенән, ассамблея асылас аҡ, "Рәсәй экологияһы. Быуаттан быуатҡа" Бөтә Рәсәй журналис тар конкурсында еңеүселәр Милли экология премияһына лайыҡ бу ласаҡ.
       Икенсенән, Ҡала мәҙәниәт һарайында "УралЭкология - 2004" юбилей күргәҙмәһе эш башлаясаҡ.
       Һуңғы ике көндә форумда ҡатнашыусыларҙы дүрт маршрут буйы нса матбуғат туры көтә.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал