6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Матбуғат

"БАШвестЪ" гәзите: Интернетта ике йыл!
12.10.04


       Откябрь айында бөтә донъя селтәрендә яңы продукт - "БАШ вестЪ" интернет - гәзитенең барлыҡҡа килеүенә ике йыл тула. Гәзиттең тыуған көнө, Башҡортостан Республикаһының дәүләт су веренитеты тураһында Декларацияһын ҡабул итеү Көнө кеүек үк,
       11 октябргә тура килә.
       Был ваҡыт эсендә "БАШвестЪ" бик күптәрҙең танышы һәм яҡын
       дуҫына әйләнде.
       "Миңә был гәзиттә оператив эшләүҙәре оҡшай", "Кисен гәзи тте уҡып сығып, мин республикала көн дауамында ниндәй ваҡиға лар булып үткәнен белә алам" "Эҙләү системаһы ярҙамында йәне ң теләгән мәҡәләне табып була - бик уңайлы" - уҡыусыларыбыҙҙ ан беҙ ошондайыраҡ һүҙҙәр ишетәбеҙ.
       Ҡайһы бер электрон баҫмалар үҙҙәрен республикала тәүге ти п ҡысҡырырға маһир. Әммә шулай ҙа беренсе булып "БАШвестЪ" б арлыҡҡа килде. Хәйер, был беҙҙең өсөн иң мөһиме түгел. Иң мө һиме: беренсенән, гәзиттә барлыҡ материалдар ҙа оригиналь - "БАШвестЪ" өсөн махсус рәүештә яҙыла. Икенсенән, беҙҙең мате риалдар ышаныслы, барыһы ла алдан белешмәләр буйынса тикшере лә, уларҙы абруйлы сығарыусы мөхәррир тикшерә. Өсөнсөнән, оп еративлыҡ - ваҡиғалар тураһында сайтта бер нисә сәғәттән һуң
       уҡ уҡырға мөмкин. Дүртенсенән, беҙ уҡыусыларыбыҙҙың мөрәжәғ әтен - электрон хат булһынмы ул, телефондан шылтыратыумы - и ғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Яуап итеп улар әүҙем рәүештә конкурс тарҙа ҡатнаша һәм форумдарҙа теләп аралаша.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал