6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Яҙмыш

Яҙмыштарҙан уҙмыш бармы
07.10.04


       Ни өсөндөр беҙ төрлө ырым, сихырсыларға ышаныусанбыҙ, ә айныҡ баш менән ултырып уйлап, үҙ тормошобоҙҙо үҙебеҙ яҡш ы яҡҡа үҙгәртергә ашыҡмайбыҙ.
       Ҡараҡай Марина беҙҙең төркөмдә иң күңелсәк һәм аҡыллы ҡыҙ
       ине. Матур итеп бейей, тегенә, бәйләй, "бишле" билдәләренә генә уҡый һәм, әлбиттә, егеттәрҙең иғтибарынан да ситтә ҡал май ине. Иҫ киткес итеп гитарала уйнаған, оҙон буйлы, конрол ь эштәрен үҙенән күсереүҙе хуп күргән егет менән дуҫлашты у л. Һәм тап Марина кейәүгә сыҡмай ҡалыр тип бер кем дә уйлама й ине ул ваҡытта. Әммә студент саҡ мөхәббәте никах менән там амланманы, башҡаһы булманы ла. Икенсе институтҡа уҡырға инеү
       ҙә Маринаның күп кенә ваҡытын алды. Артабан инде уның тормо шо ғәҙәтигә әйләнде - эш урыны, өй. Тик кистәрен Марина ата - әсәһе эргәһенә ашыҡты, үҙ балаларын түгел, ҡусты - һеңлелә рен баҡты... "Хәлдәр нисек" - тигән һорауға беҙ йылдан - йы л "Элеккесә" - тигән яуап ишеттек. Был уның шәхси тормошонда
       бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр көтөлмәүен аңлата ине.
       ... Марина миңә августың барыһының да хәтерендә ҡалған һ ынылыш көндәрендә шылтыратты һәм элекке һорауға ғәҙәти булма ған яуабы менән аптыратты:
       - Мин бер аҙна элек бурысҡа ике йөҙ доллар алдым.
       - Нимәгә Берәй хәл булдымы әллә
       - Юҡ, барыһы ла һәйбәт, килһәң, һөйләрмен.
       Бар халыҡтың ул ваҡытта доллар курсының ҡырҡа күтәрелеүен ә иҫе киткән ваҡыты ине. Минең дә башым ҡатты - ниңә Марина бурысҡа ул тиклем аҡса алды икән, уны нисек итеп түләргә уйл ай ул
       Баҡтиһәң, Марина ниндәйҙер бер гәзиттән "кейәүгә сыға алм ау бәләһе" ("венец безбрачия" ) тураһында уҡыған икән, йәнәһ е ата - бабаларҙың ҡарғышы быуындан быуынға күсә килә, кемде ң башына төшә, ул инде ғүмерен яңғыҙ үткәрергә дусар була. Б ыл ҡарғышты алып ташлай алыусы белгес табылмаһа, әлбиттә. Ә бына ниндәйҙер Н., билдәле хаҡ түләгән осраҡта, был бәләнән ҡотҡарырға вәғәҙә итә.
       Сихырсы Маринаның шиктәрен раҫлай - ысынлап та барыһына л а ҡарғыш ғәйепле икән. Әммә ҡыҙ тап Н. - ға мөрәжәғәт итеп д өрөҫ эшләгән, иң мөһиме, үҙ ваҡытында. Әле айҙың тулған ваҡы ты, һәм биш сеанс үткәреп өлгөрөргә кәрәк. Тик тулы курс үт еү мотлаҡ, шул ваҡытта ғына уңыш киләсәк, Эйе, ике йөҙ долла р түләргә кәрәк буласаҡ инде, әммә киләсәк өсөн бындай ғына хаҡ түләү йәлме ни!
       Нимә - нимә, ә бындай белгестәр кешене ышандыра белә, әлб иттә. Маринаға ысын күңелдән щәхси тормошонда бәхет теләүсе коллегалары ҡыҙға кәрәкле сумма йыйып бирә һәм ул үҙ ҡулдары
       менән аҡсаны сихырсыға алып барып тапшыра. Уныһы иһә, үҙе ә йтеүенсә, ҡыҙҙы "бәлә"нән ҡотҡара. ике аҙнанан долларҙың кур сы, уның менән бергә Маринаның бурысы ла өс тапҡырға арта.
       Бурыстарын ул ярты йыл буйы түләне. Үҙе аҡсаһыҙ, колготки , косметика кәрәк - ярағы ла ала алмай ултырҙы. Ә иренен дә
       буямаған ҡатын - ҡыҙға кем ҡараһын инде.
       1999 йыл да аҙағына яҡынлашты. Маринаның тормошонда бер н имә лә үҙгәрмәне. Ул һаман да "хрущевкала"ата - әсәһе менән көн күреүен дауам итте, көнъяҡҡа ял итергә ҡустылары менән б арҙы. Беҙ уға ярым шаярып, ярым етди рәүештә айырым күсеп й әшәп ҡарарға тәҡдим иттек, әммә ул "Ата - әсәләрем мине аңла маясаҡ" тип ҡырт киҫте. "Ял итергә бер үҙең бар", - тиеүгә, ул "Малайҙарҙың да диңгеҙгә барғыһы килә бит" тип яуапланы. Ә ул малайҙарҙың оләсәһе Анапала йәшәй.
       Биш йыл уҙып ките. Маринаға үҙе эшләгән шәхси предприятие нан бушлай ҙур ике бүлмәле фатир бирҙеләр ( беҙҙең ваҡытта л а бындай мөғжизәләр була икән). Бөгөн ул ниһайәт үҙенең шәхс и тормошонда бәхеткә ирешеренә ышана. Беҙ ҙә ышанайыҡ, юҡһа нимә өсөн йәшәргә һуң

Елена Сергеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал