6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

"Бур ҡанундары буйынса йәшәргә теләйем..."
06.10.04


       Тәтешле районының эске эштәр бүлегенә Үрег Тәтешле ауылы нда бер йорт яныуы хаҡында хәбәр төн уртаһында килә. Тиҙ ара ла килеп еткән оператив төркөмгә янғындың осраҡлы булмауы шу нда уҡ аңлашыла, төтәй башлаған соландан сығарып өлгөргән ху жабикә мәйетенең башындағы тәрән яралар ҙа быны дәлилләй. Кү ршеләр әйтеүенсә, 76 йәшлек Анна Ивановна бер үҙе йәшәй һәм башҡаларҙан тыныс һәм ҡаты холҡо менән айырыла. Башта шик ур ындағы эскеселәргә төшә, ни өсөн тиһәң, әбей йыш ҡына хужалы ҡ эштәрендә ярҙам һорап уларға мөрәжәғәт итә торған булған. Әммә икенсе көн иртән покуратура тәфтишсеһе янғын урынында а сылмаған литр ярымлыҡ һыра таба. Урындағы өлкәндәрҙең бындай
       эсемлекә ҡарағанда өйҙә ҡыуылғанын хуп күреүҙәрен иҫәпкә ал ғанда, шик төшөүселәр иҫәбенә балиғ булмағандар ҙа индерелә.
       Шул уҡ көндө милицияға 13 йәшлек Родиондың ата - әсәһе ул дары юғалыуы тураһында хәбәр итә. Уның менән бергә оләсәһе ндә йәшәүсе 16 йәшлек Арсенийҙың да юғалыуы асыҡлана. Икеһен
       янғын һүндереү ваҡытында күреүселәр булған. Ә ауылда йәшәүс е үҫмерҙәр малайҙарҙың Екатеринбургҡа китеү теләге менән янғ андарын әйтә. Һәм бына бер оператив төркөм Арсенийҙың әсәһе йәшәгән Питер өлкәһенә юлға сыға, икенсеһе элекке Свердлов ҡ алаһына йыйына. Әммә бының урынына уларға күрше Удмурт Респу бликаһына барырға тура килә. Сөнки Арсений менән Родион тап шунда милиция ҡулына эләгә.
       ... Башта Родион ҡорбан рәүешендә үҙенең оләсәһен тәҡдим итә. Юлда китеп барышлай уларҙың күҙҙәренә Анна Ивановнаның йорто салына. "Уның аҡсаһы булырға тейеш, балалары Мәскәүҙә йәшәйҙә инде", тип ҡыуана малайҙар. Әммә уларҙы тауыштарынан
       танып та әбей ишекте асырға йыйынмай. Шул ваҡытта әбей үҙен ең ҡайғылы хәбәр менән килеүе, оләсәһе үлеүе тураһында хәбәр
       уйлап сығара. Анна Ивановна үҙенең үлтереүселәренә ишек аса . Арсений уның башына балта менән һуға. Артабан Родион ҡулын а балта алып, эшкә керешә. Ял итеп алғас, һыуытҡыстан әфлису н алып тамаҡ ялғайҙар һәм аҡса эҙләргә тотоналар. Барлығы 7 мең аҡса таба улар. Артабан өйгә ут төртәләр һәм ҡасалар. Һу ңынан улар башҡа кешеләр менән бергә янғын эргәһенә килеп, б ер ғәйепһеҙ йөҙ менән "Нимә булды" тип ҡыҙыҡһынасаҡтар.
       ... Юғары суд сығарған яза буйынса Арсений туғыҙ йылға ко лонияға ебәреләсәк. Дәүләт ғәйепләүсеһе- БР прокуратураһы вә киле менән һөйләшкәндә мин енәйәтселәрҙең кесеһе Арсенийға ҡ арағанда ла кире тәьҫораттар тыуҙырыуын аңланым. Суд ваҡытын да яза биреү йәшенә етмәгән Родион шаһит сифатында сығыш яһа ны. Ҡып - ҡыҙыл булып, күҙҙәрен дә күтәрмәй ултырҙы ул. Һәлә к булған әбейҙең улы ла етенсе синыф уҡыусыһының һалҡын ҡан менән үлтерә алыуына ышанып етә алманы: ул баҫты һәм Арсений ҙың күҙҙәренә туп - тура ҡарап "Родион да ...балта менәнме"
       тип һораны. Ыңғай яуап ишеткәс, кире урынына ауҙы. Хәйер, м алай үҙе барыһын да кире ҡаҡты. Ирекһеҙҙән бары тик ҡурҡыу менән генә ҡотолоп ҡалырмы икән тигән һорау тыуҙы. Юҡ. Прок урор инициативаһы буйынса, хөкөм үҙ көсөнә ингәс, Родионды м ахсус мәктәпкә ебәрергә тейештәр. Һәр хәлдә прокуратура быны ң өсөн бар көсөн һаласаҡ.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал