6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Уҡытыусы көнө менән!
06.10.04


       Электричкала һелкенә - һелкенә, тәҙрәнән октябрь айының
       моңһоу һүрәттәрен күҙәтеп ҡайтып барам. Яманһыу ҙа, шул уҡ ваҡытта күңелдә ниндәйҙер яҡтылыҡ та һиҙелә. Октябрь башы ми нең өсөн һәр ваҡыт байрам кеүек. Иң беренсе сиратта Уҡытыусы
       көнө булғанғалыр, моғайын. Миг тәүге уҡытыусымдан уңдым тип
       әйтә алам. Тормошоңдоң башында яҡшы кешегә осрауы бик мөһим , килешегеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Надежда Никоноровна Воронова был донъяла юҡ инде, һәм мин уға сәскәләр ҙә бүләк итә алмая саҡмын... Әммә уның хаҡында иҫтәлек тере, мин тормошомдоң ош о яҡты биттәрен күңелем түрендә ҡәҙерләп һаҡлайым...
       Беҙҙе, мәктәпкә тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан бәләкәстәрҙе, ул 19 84 йылдың беренсе сентябрендә ҡаршы алды, беренсе булып хәр ефтәр яҙырға, һанарға өйрәтте, бөйөк классиктар менән танышт ырҙы, әҙәбиәткә һөйөү уятты. Беҙ уҡытыусымдың һуңғы сығарылы ш синыфы булдыҡ. Мәктәптә күп йылдар эшләүенә ҡарамаҫтан, ун ың һәр дәресе ҡыҙыҡлы һәм үтә мауыҡтырғыс үтә ине. Тәбиғәт те өйрәнеү дәрестәрендә беҙҙе урманға алып сыға һәм беҙ төрл ө төҫтәге япраҡтар йыя, хеҙмәт дәресендә ул япраҡтарҙан аппл икациялар эшләй инек.
       Надежда Никоноровна бынан тыш ҡунаҡсыл хужабикә лә булды:
       йыш ҡына дәрестәрҙән һуң беҙ уның һөйләшә белеүсе тутыйғошо
       Гоганы күрергә бара, ҡыҙы Мәскәүҙән алып ҡайтҡан тәмле кәнф иттәр менән һыйлана инек. Беҙгә, һигеҙ йәшлек бала - сағаға ихтирам менән ҡарай белде уҡытыусым. Дәрестәргә байрамға кил гән һымаҡ, матур кейенеп килә торғайны. Биҙәнмәһә лә бик мат ур ине ул. Күҙлеген кейһә, өйгә эштәрен әҙерләп килмәгәндәр ҡурҡа төшә, сисһә, уның яғымлы күҙҙәренән изгелек нурҙары һ ибелә ине.
       Уҡытыусы көнөндә үҙенең тормошон мәктәп менән бәйләүселәр ҙең барыһына ла һаулыҡ, бәхет, ижади уңыштар, яҡшы уҡыусылар
       һәм, әлбиттә, бик күп сәскәләр гөлләмәһе теләйем.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал