6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Йөрәктәргә ямау һалынды
05.10.04


       Республика кардиохирургия диспансерында туғыҙ йәшлек мала йға һәм ун биш йәшлек ҡыҙға уникаль операция яһалды. Уларҙың
       икеһендә лә йөрәк араһындағы бүлкәлә кәмселектәр булған. Ре спублика врачтарын яңы ысулға өйрәтеү ниәте менән һәм операц ияла ҡатнашыу өсөн Өфөгә махсус рәүештә Братислава кардиохир ургы Павел Гавора килде.
       Бындай кәмселектәрҙе бөтөрөү буйынса элек тә операциялар яһ алған. Медиктар әйтеүенсә, операция дүрт-биш сәғәт дауам итк ән һәм һауығыу ваҡыты ла бик оҙаҡҡа һуҙылған. Ә был ысул буй ынса операция ни бары ярты сәғәт дауам итә. Ауырыуҙар операц иянан һуң икенсе көнөндә өйҙәренә ҡайтарыла. Был ысулға нигеҙ һалыусылар - Братислава ғалимдары. Һуңғы ун
       йылда бындай операция 48 илдә эшләнә. Хәҙерге ваҡытта Рәсә йҙең Мәскәү, Санкт-Петербург, Волгоград, Һамар ҡалалары исем леге рәтенә Өфөнө лә индерергә була. Кардиодиспансерҙың баш врачы Ирина Карамова әйтеүенсә, иҫәпт ә торған 600 баланың 254 -е йөрәк араһындағы бүлкә кәмселек тәренә операция яһатыуға мохтаж. Словакия ғалимдарының ысулы
       менән республика кардиология диспансерында йылына утыҙ опер ация яһарға мөмкин. Операция тамамланғандан һуң үткәрелгән конференцияла Павел Гавора:"Башҡортостандағы коллегаларыма мин ышанам һәм был ө лкәлә һис шикһеҙ ҙур уңыштарға өлгәшеүҙәренә бер генә лә ши кләнмәйем", - тине.

Елена Макушина
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал