6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Йәшәү кимәле

Көйөргәҙе районы: аграр сектор ҙа, сәнәғәт тә үҫешә
05.10.04


       Көйөргәҙе районы башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов "Башинформ" аг ентлығында үткән матбуғат конференцияһының сираттағы ҡунағы булды. Өфөнән район үҙәге - Ермолаево эшселәр ҡасабаһына тик лем 240 саҡрым юл үтергә кәрәк. Көйөргәҙе районын Башҡортост андың "көнъяҡ ҡапҡаһы" тип тә йөрөтәләр. Көнбайыш, көньяҡ һә м көнсығыштан ул Ырымбур өлкәһе менән сиктәш.
       2238 квадрат километр майҙанда 87 ауыл - ҡасаба бар, унда 25 мең кеше йәшәй. Район биләмәһендә Күмертау ҡалаһы урынлаш ҡан, 1992 йылға тиклем район Күмертау районы тип йөрөтөлдө.
       - Беҙҙең район уңдырышлы ерҙә ултыра тип әйтеүе ҡыйын, - тип һүҙ башланы Әхәт Ҡотләхмәтов, - яҡшы уңыш биш йылға бер тапҡыр ғына ҡыуандыра.
       Быға ҡарамаҫтан районда ауыл хужалығы заман менән бергә атлай. Бөгөн бында ауыл хужалығы биләмәләрен яңынан бүлеп би реү, килемһеҙ эшләүсе предприятиеларҙы шәхси ҡулдарға тапшыр ыу кеүек эштәр башҡарыла. Район башлығының һүҙҙәренә ҡараған да ( әйткәндәй, ул үҙе лә бер нисә йыл колхозға етәкселек ит кән), 2000 йылда бында биш совхоз һәм ете колхоз иҫәпләнгән . Бөгөн иһә етештереүселәр күберәк: районда ике ауыл хужалығ ы предприятиеһы, 152 крәҫтиән - фермер хужалығы эшләп килә. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса уларҙың дүртәүһе генә килемһеҙ эшләгән.
       Районда ауыл хужалығы эшсәндәренең уртаса эш хаҡы 2082 һу м, - тип билдәләне Әхәт Ҡотләхмәтов, - ә республикала был һа н 1872 һум тәшкил итә.
       Шәхси хужалыҡты үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Бөгөн һы йыр малының 60 проценты, һарыҡтарҙың 90, ҡош - ҡорттоң 97 пр оценты шәхси хужалыҡтарҙа тотола.
       Һуңғы йылдарҙа Көйөргәҙе районында сәнәғәт етештереүе үҫе ше лә күҙәтелә. Башлыса был "Көйөргәҙе" Ермолаево спирт - ар аҡы комбинатының ( "Башспирт" дәүләт унитар предприятиеһы фи лиалы) үҫеше менән бәйле. Журналистар менән осрашыуҙа был пр едприятие директоры Рөстәм Халиҡов та ҡатнашты.
       - Комбинатта эшләргә теләүселәр етерлек. Уртаса эш хаҡы б еҙҙә биш мең һум, бурыстар юҡ.
       Ермолаево спирт - араҡы комбинаты Башҡортостандың бик күп тән эшләүсе предприятиеларының береһе: үткән йыл ул үҙенең 1 40 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Комбинат етештергән продукция - спирт, араҡы, алкоголһеҙ эсемлектәр күп тапҡыр төрлө преми я һәм наградаларға лайыҡ булды, ә фирма араҡыһы Рәсәйҙең иң юғары наградаһы - платина сифат билдәһен яуланы.
       Райондың иң ҙур предприятиеһы - Ҡансыра ер аҫты газ һаҡла у станцияһы. Уның әһәмиәтен билдәләү өсөн республикала ҡулла нылған газдың яртыһы Ҡансыра станцияһынан икәнлеген әйтеү ет ә. Ошо ике предприятие урындағы ҡаҙнаға барлыҡ һалымдарҙың 8 0 процентын түләүҙе тәьмин итә.
       Районда мәғариф селтәре тотороҡло эшләй. Бөгөнгө көнгә бы нда 50 мәктәп эшләй.
       - Вуздарҙа бөгөнгө көнгә Көйөргәҙе районынан 443 студент белем ала, - тип һөйләй Әхәт Ҡотләхмәтов, - йыл да беҙ улар өсөн яҡташтар осрашыуы ойошторабыҙ, матди ярҙам күрһәтергә т ырышабыҙ. Быйылдан башлап армия хеҙмәтенән ҡайтыусыларға ла берәр мең аҡса бүләбеҙ, эш урыны табырға ярҙамлашабыҙ. Ҡыҙға нысҡа ҡаршы, күп кенә студенттар уҡыуҙарын тамамлағас тыуған
       яҡтарына әйләнеп ҡайтырға ашыҡмай, шуға күрә районда юғары
       белемле белгестәр етешмәүе һиҙелә.
       Проблемалар иҫәбендә Көйөргәҙе районы башлығы газ үткәреү
       һәм юлдарға асфальт түшәүҙе әйтеп үтте.
       - Районда булған 87 ауыл - ҡасабаларҙың бары тик 46 - һын да ғына газ үткәрелгән, был йәһәттән маҡтана алмайбыҙ. Район да барлығы 420 саҡрым автомобиль юлы үтә, уның 75 саҡрымы Өф ө - Ырымбур федераль трассаһына тап килә. Юлдың 135 километр ына ғына асфальт түшәлгән.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал