6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәүефле хәл

Белорет лицей - интернатында ғәҙәттән тыш хәл: директор бынд ай хәл башҡа ҡабатланмаясаҡ тип ант итә
04.10.04


       Белорет лицей - интернат хеҙмәткәрҙәре 3 - 6 сентябрҙә булған ғәҙәттән тыш хәлдән һуң һаман иҫенә килә алмай әле. У л ваҡытта 46 кеше ( уларҙың 46 - һы уҡыусылар) "эсәк инфекци яһы" диагнозы менән Белорет дауаханаһына оҙатылғайны. Лабора тор тикшереүҙәрҙән һуң 20 кешелә дизентерия ауырыуы асыҡланд ы. Был ғәҙәттән тыш хәл менән республика кимәлендә ведомство
       - ара комиссияһы, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре лә шө ғөлләнә. Дауаханаға һалған мәлдә һигеҙ баланың хәле айырыуса
       ауыр, ҡалғандарының - уртаса ауырлыҡта тип билдәләнгән.
       Ошо көндәрҙә Өфөлә БР Мәғариф министрлығының коллегия улт ырышы булып үтте. Көн тәртибенә сығарылған һорауҙар араһында
       Белорет лицей - интернатында тәрбиәләнеүселәрҙең туҡланыуы н ойоштороу мәсьәләһе лә ҡаралды.
       Башҡортостандың мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина хәлгә
       аңлатма биреүҙе һорап, Белорет лицей - интернат директоры Г өлйемеш Садиҡова һәм БР Мәғариф министрлығының махсус белем биреү бүлеге белгесе Динә Шәриповаға мөрәжәғәт итте.
       Коллегияны әлеге ваҡытта күмәк эс ауырыуына килтергән сәб әптәр ҡыҙыҡһындырҙы. Урындағы май - сыр комбинатынан килтере леп, аҙыҡ әҙерләүҙә файҙаланған һөт подукттарының сифаты ла алдан тикшерелде. Әммә тикшереү башында уҡ мәктәп ашханаһына
       ҡайтарылған аҙыҡтың эпидемиологик йәһәттән таҙа булыуы асыҡ ланды. Тимәк, сәбәп икенселә...
       Динә Шәрипованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ауырыуҙың ҡапыл һәм
       барвһында ла бер төрлө башланыуы инфекцияның балалар органи змына аҙыҡ аша инеүен күрһәтә. Уның фекеренсә, "аҙыҡты әҙерл әгәндә ғәҙәти санитар - эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе боҙоу күҙә телә".
       Лицей - интернатта үткәрелгән санитар - эпидемиологик тик шереүҙәр барышында санитар нормаларҙы тупаҫ боҙоу асыҡлана,
       мәҫәлән, икмәк тәрилкәләргә һалынып бирелмәй, аш - һыу бүлм әһендә аҡ май сей ит эргәһендә ята, ҡулйыуғыстар янына һабы н ҡуйылмаған. Ағыуланыу көнөндә шулай уҡ алты кешегә бер тәр илкәлә эремсек бирелеүе асыҡланған.
       Лицей - интернат директоры Гөлйемеш Садиҡова әйтеүенсә, у л булмағанда интернат ашханаһына медицина тикшереүе үтмәгән
       эшсене алғандар, тикшереү ваҡытында шеф - поварҙа ла тире а уырыуы табылған.
       Гөлйемеш Садиҡова шулай уҡ коллегия ағзаларына бындай хәл
       башҡа ҡабатланмаясаҡ тип белдерҙе һәм күрелгән сараларҙы һа нап китте: килеп тыуған хәлде тикшереү өсөн комиссия булдыры лған, балаларҙы туҡландырыу системаһы яңынан ҡаралған ( өс т апҡыр урынына биш тапҡыр), ашханаға яңы һауыт - һаба алынған , ҡағиҙәләрҙе боҙған ашхана хеҙмәткәрҙәре эшенән бушатылған,
       башҡа ғәйеплеләр ҙә тейешле язаларын алған.
       - Бындай көтөлмәгәнлектәрҙән беребеҙ ҙә тулыһынса һаҡлана алмай, - тип тамамланы БР мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтулли на һүҙен. - Бәлә килеп тыуыуын белгәс, мин шунда уҡ Белоретҡ а юлға сыҡтым һәм интернат тураһында бер насар һүҙ ҙә әйтә а лмайым. Балаларҙы яратыуҙары, уларға шарттар тыуҙырырға тыры шыуҙары күҙгә ташланып тора. Балалар һаулығы өсөн яуап биреү се директорға киләсәктә ҡаты, талапсан етәксе булыуын һәм бы ндай хәлдәрҙең башҡа ҡабатланмауын теләргә ҡала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал