6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Тышҡы бәйләнештәр

Эстонияла Салауат Юлаев музейы асылды
05.10.04


       Үткән аҙнала Башҡортостан делегацияһы Эстонияла булып ҡ айтты. Беҙҙең илселәрҙең Прибалтикаға сәфәре нимәнән ғибарәт
       булыуы тураһында әлеге ваҡытта Ригала йәшәүсе ватандашыбыҙ Финат Ғәзизов һөйләй:
       - Беҙ, татар һәм башҡорттар, туғандаш халыҡ. Динебеҙ бер,
       телдәр оҡшаш, бер - беребеҙҙе тәржемәсеһеҙ ҙә аңлайбыҙ. Шуғ а күрә Ригала йәшәүсе татар - башҡорттар бер татар - башҡорт
       милли йәмғиәт төҙөнө. Мин үҙем Бүздәк районының Ахун ауылын да тыуып үҫтем. Башҡортостанда тарихи мираҫты, башҡорт халҡы ның милли геройы Салауат Юлаев хаҡында иҫтәлекте ҡәҙерләп һа ҡлауҙары миңә яҡшы таныш.
       Быйыл Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған байрам сиктәрендә Рига ҡалаһында ла дөйөм Балтия һабантуйы ү тте, унда Литва һәм Эстониянан да татар - башҡорт делегациял ары килде. Ә беҙҙең йәмғиәт вәкиле Зимфир Кәлимуллин Ригала үткән халыҡ - ара марафонда ҡатнашты.
       Ғөмүмән, байрам программаһы осрашыуҙарға, күргәҙмәләргә, интернациональ концерттарға бай булды. Салауат Юлаевтың музе йын асыу тантанаһын үткәреүҙе ойоштороусылар башҡорт делегац ияһы етәксеһе Хәләф Ишморатов һәм Палдиски ҡала советы рәйес е Яан Мельдерға ышанып тапшырҙы. Тантанала ҡатнашыусылар сар аны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе, Башҡортостандың Са лауат районы, Салауат һәм Палдиски ҡалалары араһында мәҙәни , сауҙа - иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр булдыры лды.
       Кисен Таллинн ҡалаһының Уҡытыусылар йортонда байрамға арн алған тантаналы йыйылыш һәм сәнғәт оҫталары концерты үтте. Алик Шакиров.

05.10.2004
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал