6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Тикшереүҙәр

Ҡотҡарыусымы, енәйәтсеме
04.10.04


       БР Прокуратураһынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 26 сентябрь көнө иртәнге ун беренсе яртыла Белорет ҡалаһында Кр упская урамындағы кооператив гараждар эргәһендә аҡ төҫтәге В АЗ - 21099 автомобилендә йәш ирҙең мәйете табылған. Уның тыу мышы менән Әрмән Республикаһынан булыуы, һуңғы ваҡытта Белор етта йәшәүе асыҡланған. Суд - медицина экспертизаһына ҡараға нда, ул күп ҡан юғалтыу һөҙөмтәһендә һәләк булған - мәйеттең
       тәнендәге күп һанлы йәрәхәттәр ошо турала һөйләй. Енәйәт ҡы лыуҙа Чечен Республикаһында хеҙмәт иткән, әлеге ваҡыта Белор етта йәшәүсе 21 йәшлек егет ғәйепләнә, уны эҙләп табыу буйын са саралар күрелә. Белорет район - ара прокуроры тарафынан б ыл факт буйынса 105 - се статьяға ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатыл ған. Ә бит 25 сентябрҙең кисе башта башҡаларынан бер нимә м енән дә айырылмай ине...
       Сәғәт унынсы яртыла бер нисә йәш егет "Купец" барында ял итеп ултыра. Улар араһында Юля исемле ҡыҙ ҙа була - 23 йәшл ек әрмән егете һуңғы бер ай эсендә тап ошо ҡыҙҙың иғтибарын яуларға тырыша. Кис буйына ул йәштәр компанияһы эргәһенә кил еп, ҡыҙға йә өйөнә ҡайтырға, йә уның менән китергә тәҡдим ит еүҙән туҡтамай. Ҡыҙ уның тәҡдименә ҡаршы килгәс, янарға ла к үп һорамай. Сәғәт таңғы дүрттәр тирәһендә ҡыҙ өйөнә ҡайтырға
       була һәм такси саҡырта. Уның иптәш ҡыҙы дуҫ егете Олегты о срата һәм барҙа тороп ҡала. Юля таксиға ултырған ваҡыта әрмә ндең автомобиле "Купец" барына ингән ерҙә тора. Юлда иһә ул таксиҙы уҙып алға китә. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, егет Юляны ө йө эргәһендә көтөп торған була. Ҡыҙ таксиҙан сығыу менән әрм ән егете уны үҙенең ВАЗ машинаһына табан һөйрәкләй башлай. Ю ля көс - хәл менән эҙәрләүсенән ысҡынып күрше ихатаға ҡаса. Кеҫә телефонынан иптәш ҡыҙына шылтырата һәм үҙ хәлен һөйләй.
       Уныһы Олегтан Юляға ярҙам итеүҙәрен һорай. Иптәш егеттәре О легты Юляның йорто эргәһенә килтереп ҡалдыра, егет әрмәнде т отоп тора, шул арала ҡыҙ йүгереп өйөнә инеп китә. Ирҙәр подъ езд янында бер аҙ һөйләшеп торғандан һуң Олег менән Юляның д уҫ ҡыҙы аҡ ВАЗ - ға ултырып китә - ҡыҙҙы өйөнә алып барып ҡа лдыралар. Егеттәр иһә машина менән артабан китә. Был ваҡытта
       сәғәт иртәнге алтынсы яртыны күрһәтә. Дүрт сәғәттән һуң гар аждар эргәһендә әрмән егетенең мәйете табыла.
       Әлеге ваҡытта тикшереү бара.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал