6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Балалар хәүефһеҙлеге проблема булыуҙан туҡтамай
28.09.04


       Ҡан ҡойошло ваҡиғалар булып үтеүенә ҡарамаҫтан күп кенә учреждениеларҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү проблема булыуҙан туҡтамай. Был иҫәпкә мәктәптәр ҙә инә. Ҡурҡыныс хәл килеп ты уғанда һыҙғыртҡыс менән генә "ҡоралланған" ҡарауылсының банд иттарға нисек ҡаршы тороуын күҙ алдына килетереүе ҡыйын...
       Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәрҙе агрессияға ярайһы уҡ профес сиональ кимәлдә ҡаршы торорға әҙерләүсе хеҙмәт юҡ түгел. Мин
       ведомствонан тыш һаҡлау хеҙмәтен күҙ уңында тотам. Уның яҡ шы әҙерлек үткән, ҡораллы, тиҙ хәрәкәт итеүсе, кәрәкле элемт ә саралары менән тәьмин ителгән хеҙмәткәрҙәре ниндәй ғәҙәттә н тыш хәл килеп сыҡҡанда ла унан сығыу юлын таба. Улар ҡулға
       алыу төркөмө менән һәр ваҡыт ике яҡлы элемтәне өҙмәй, ярҙам
       саҡырыу мөмкинселегенә лә эйә.
       БР Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Ведомствонан тыш һаҡ идаралығы начальнигы, полковник Александр Гаврилов менән
       һөйләшеүҙән беҙ идараның күптән инде мәктәптәрҙе һаҡлауҙы о йошторорға тәҡдим итеүҙәрен белдек. Был эш буйынса ыңғай тәж рибә бар. Бер нисә йыл элек ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙә ре мәктәп директорҙары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, ата - әсә ләр комитеты менән туранан тура эшләй башлаған.
       Был йәһәттән Өфө ҡалаһының Совет районында урынлашҡан 96 - сы мәктәпте өлгө итеп килтерергә мөмкин. Уны алтынсы йыл инде Совет районы ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре һаҡлай,
       тәүлек әйләнәһенә "Тревожная кнопка" эшләй, дәрестәр ваҡыты нда һаҡ хеҙмәткәре менән бергә педагогик совет вәкиле лә деж ур тора.
       Күп кенә ата - әсәләр араһында бөгөн балаларҙы мәктәптә у ҡытыу үҙе үк ярайһы уҡ күп сығымдарға килтерә, шуға күрә бын дай һаҡ ҡуйыу бушҡа аҡса түгеү тип иҫәпләүселәр бар. Тик мо ғайын балалар хәүефһеҙлеге өсөн бындай ғына сығымдар йәл түг елдер. Ә инде ата - әсәләр аҡса үҙ тәғәйенләнешенә йүнәлтелг әнлеген белһен өсөн мәктәптәрҙә махсус фондтар булдырырға мө мкин. Был балаларыбыҙҙың хәүефһеҙлегенә тәүге аҙым яһау булы р ине минеңсә.

Ирина Варламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал