6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Иҫтәлекле даталар

Леонид Круль - король фамилиялы революционер улы
19.08.03


       Ян Круль Өфөгә бер нисә көнгә, әсәһенең хәлен белешергә килг ән. 16 августа уның атаһы, рәссам Леонид Крулгә 80 йәш тулға н булыр ине. Күптән түгел, 1997 йылда, оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат булды ул. Ян үҙе Мусоргский исемендәге Урал дәүләт кон серваторияһының композиция һәм оркестровка факультетында уҡы й.
       - Минең исемемде поляк теленән Иван тип тәржемә итергә була , ә Круль ул король тигән һүҙ. -- ти Ян. -- Миңә был исемде ағаһы менән бергә Краковтан Өфөгә "революция эшләргә" килеп ( ул Чапаев дивизияһында хеҙмәт иткән), ғүмергә бында тороп ҡалыусы олатайым хөрмәтенә ҡушҡандар. Яндың атаһы Леонид Крулдең милләте юҡ. Улай ҙа буламы икән ни! Уның паспортында "милләте" тигән графала һыҙыҡса тора. Ян көлә:
       - Сәбәбе ябай ғына уның: Сталин заманында милләттәрҙе ҡыҫҡ артыу тураһында указ сығарған, минең атайым да был статьяға эләккән. Ул ваҡытта милләттәр һаны йөҙ етмештән туҡһан тирәһ е генә ҡалған. Хәҙер минең ниндәй милләттән икәнлегемде әйте үе ҡыйын. Кемдәр генә юҡ беҙҙең ырыуҙа! Мәҫәлән, поляктар кү п...
       Атаһын иҫләгәндә Ян йылмая:
       - Мин уның эргәһендә теләгәнсә оҙаҡ була алманым. Миңә алты
       йәш тулғанда беҙ әсәйем менән Мишкә ҡасабаһына күсеп киттек . Атайым менән каникул ваҡыттарында ғына күрешә торғайныҡ. Ш уға күрә мин уның тураһында бик күп нәмә белмәйем. Ҡартатайы м үлеп, ғаиләһендәге дүрт бала бер нәмәһеҙ тороп ҡалғанда ат айыма һигеҙ йәш тә булмаған әле. Оләсәйем төндәрен госпиталд ә санитарка булып эшләп, көндөҙҙәрен балаларын тәрбиәләргә м әжбүр булған.
       Биш йәшлек ваҡытында бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә Леонид Крул ь инвалидҡа әйләнә -- уны фалиж һуға. Яндың оләсәһе үҙ ғүмер ен баланы аяҡтарына баҫтырыуға арнай. Уның тырышлыҡтары арҡа һында малайҙың ҡулы хәрәкәт итә башлай, әммә аяғы элеккесә т ыңламаҫ булып ҡала.
       Был бәхетһеҙлекә ҡарамаҫтан, 1941 йылда Круль мәктәпте бик я ҡшы билдәләренә генә тамамлай. Әммә уның художество училищеһ ына уҡырға инеү пландарына Бөйөк Ватан һуғышы ҡаршы төшә. Ин валидлығы арҡаһында Леонид Өфөлә ҡалырға мәжбүр була. Һуғыш йылдарында агитплакат оҫтаханаларында һүрәт төшөрөүсе булып эшләй. 1946 йылда Өфө театр - художество училищеһына уҡырға инә, ә 1951 йылда уны тамамлай. 1954 йылдан алып Леонид Крул ь республикала үткән барлыҡ художество күргәҙмәләрендә ҡатна ша. 1961 йылда СССР - ҙың Художниктар союзына ағза итеп алын а.
       - Атайым буйға оҙон, бейек кеше ине. Энергия бәреп тора тиҙ әр бит, бына шул тап атайым тураһында. Изгелекле лә ине ул, юмор ярата торғайны. Кешелә лә үҙендә булған сифаттарҙы -- а сыҡлыҡты, тура әйтә белеүҙе, намыҫлылыҡты хуп күрҙе. Ян репродукциялар альбомын ҡулына ала.
       - Атайым -- ысын рус рәссамы. Бына ул төшөргән һүрәттәр ара һында минең иң яратҡан рәсемдәремдең береһе -- "Бойҙай баҫыу ы". Тағы "Киске Өфө" бар. Ул пуантилизм техникаһында, йәғни бер төҫ менән генә эшләнгән. Бындай картинаны "эшләргә" мәжб үр итеүе бик ауыр. Әммә атайымдың ҡулынан килгән: ҡараңғы тә ҙрәле бәләкәй генә өй, ҡар яуа. Иҫ китерлек бер нәмә лә юҡ к еүек, тик пейзаж шул тиклем үҙенә йәлеп итә! Репродукциялар альбомында ҙур булмаған аңлатма бар: "ЛеонидК рулдең пейзаждары Уралдың үҙенсәлекле матурлығын, уның мөһәб әтлелеген һүрәтләй. Рәссам Исаак Левитандан Иван Билибинға
       тиклемге иң яҡшы рус мәктәбен мираҫ итеп алған. Уның эштәре н юҡҡа ғына Григорий Нисский кеүек бөйөк оҫта баһаламағандыр , моғайын".
       Рәссамдың эштәре Өфөнөң Нестеров исемендәге музейында, Башҡо ртостан Мәҙәниәт һәммилли сәйәсәт министрлығының художество фонында, шулай уҡ Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси коллекциялар ҙа һаҡлана.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал