6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Яҙмыш

Юрий тыуған яғына әйләнеп ҡайтырмы
28.09.04


       Афған һуғышында ҡулға алынған йөҙәрләгән совет һалдатта ры сит ерҙәрҙә тороп ҡалырға мәжбүр булды. Шундайҙарҙың бере һе - Юрий Степанов - электрик Майбуло. Был хаҡта ошо көндәрҙ ә НТВ телекомпанияһы хәбәр итте. Бөгөн, һуғыш бөтөүгә 15 йы л үткәс, Юрий тыуған яғына Башҡортостанға ҡайтырға ниәтләй . Ул 1969 йылда Приютово ҡасабаһында тыуған, 1987 йылда 18 йәшендә армия сафына алына. Мөжәһиттәр уға икенсе тормош ҡағ иҙәләрен тәҡдим итә, шулай итеп Юрий исемен үҙгәртеп, ислам динен ҡабул итә.
       Майбуло, хатыны Гөләләй, улы Нуро менән бәләкәй генә йорт та йәшәй. Балсыҡ стеналары ҡыйшайып бөткән йоҡо бүлмәһе ҡуна ҡтар ҡабул итеү бүлмәһе булып та хеҙмәт итә. Ер иҙәнгә иҫке генә балаҫтар йәйелгән. Ғаиләнең социаль хәле, афғандарҙың й әшәйеш кимәле буйынса, уртаса һанала.
       Хиджанда Майбулоны бөтәһе лә белә, күптәргә ул "электри к" ҡушаматы буйынса ла таныш.
       Майбулоның туған теле - урыҫ теле, шуға күрә лә ул үҙ тел ендә һиҙелерлек афған акценты менән һөйләшә. Әлбиттә, яҙыуын
       ул хаталар менән яҙа.Башҡортостан Президентына яҙған хатынд а ла ул үҙ төйәгенә ҡайтырға теләген белдергән. 90- сы йылд ар башында Приютово ҡасабаһына ҡайтһа ла, ни сәбәп менәндер ул яңынан Афғанға юллана.
       БР матбуғат хеҙмәтенең баш белгесе Азамат Абдрафиҡов әйт еүенсә, был мәсьәлә ошо араларҙа хәл ителәсәк. Степановтың уй-ниәттәре яҡты булһа, бер ниндәй ҙә енәйәт эштәре булмаһа ғына ул ҡайта ала. Әгәр ҙә киреһе икән, бындай осраҡта уға ю л ябыҡ буласаҡ. Уның ҡайтыр юлы еңел булырына ышанаһы килә, айырыуса уны әсәһе - Любовь Прокопьевна көтә.
       Ә беҙ, Юрий ҡайтҡас,уның менән осрашып һалдат яҙмышы тур аһында тулыраҡ мәғлүмәт бирәсәкбеҙ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал