6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Искәндәр Саяпов яһаған эскиздар һәм макеттар...
27.09.04


       Күңелебеҙгә оҡшаған спектаклдәрҙең программаларын ҡулыб ыҙға алғас та беҙ иң беренсе сиратта ролдәрҙе башҡарған исем леккә күҙ һалабыҙ, композитор, рәссам, сәхнәләштереүселәр ик енсе планда ҡала.
       БР атҡаҙанған рәссамы Искәндәр Саяповтың һоҡланғыс эски здары, макеттары, декорацияларына иғтибар итһәгеҙ ине. Была р барыһы ла рәссамдың юбилейы айҡанлы "Ижад" күргәҙмәләр за лында урынлашҡан.
       Күргәҙмә автор тыуып үҫкән Борай яҡтары һәм Башҡортостандың
       башҡа төбәктәре пейзажы менән асыла. Уның ҡәләме тыуған ки ңлектәрҙә иркен йөҙә. Һүрәттәрендә рәссам һәр ваҡытта асыҡ һәм изге күңелле булып ҡала.
       "Балаларҙы һүрәтләү үтә лә ҡатмарлы", ти рәссамдар. Ә бына Искәндәр Саяповтың был темаға төшөргән эштәре уңышлы килеп с ыға. Уҡып йөрөгән йылдарында уҡ башҡарған эше "Һунарсы Иван Андре евич" портреты ла иғтибарҙы йәлеп итә, сөнки ул геройҙың кө сөн һәм характер тәрәнлеген күрһәтә алған.
       Оҙаҡ йылдар Борай халыҡ театрында эшләү дәүерендә ул "Ғәлиә баныу", "Ҡоҙаса", "Ҡара розалар", "Айгөл иле" спектаклдәрен биҙәгән. Әйткәндәй, "Айгөл иле" спектакленең декорациялары С ССР-ҙың 50 йыллығына ҡарата Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә диплом ға лайыҡ булды.
       1991 йылдан алып 1998 йылға тиклем Искәндәр Саяпов Туйма зы Дәүләт татар драмтеатрында эшләп килде. Бөгөнгө көндә лә
       беҙ ул яһаған декорацияларҙы музыкаль спектаклдәрҙә күрә а лабыҙ. Рәссам спектаклдә барған ваҡиғаларға үҙ мөнәсәбәтен т өрлө деталдәр аша асып бирә ала, театрҙы - сәнғәт храмын - йөҙөү менән сағыштыра. Әгәр залда ултырған тамашасылар ошо й өҙөүгә ҡушылып китә икән, тимәк, автор ижад иткән эскиз, мак еттар улар күңеленә хуш килгән.

Лилиә Сәхәбутдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал