6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // ЯҢЫ КИТАП

"Көмөш быуат" шағиры Вячеслав Станинов
27.09.04


       Шиғриәт менән ҡыҙыҡһына башлау ваҡыты тип шағир йәш осоро н билдәләй. Беренсе шиғырҙарын ул 18 йәшендә яҙған. "Ниндәй ҙер үрҙәр яулар өсөн, ысын мәғәнәһендә шағир булып өлгөрөр өсөн һәр ваҡыт ижад итергә кәрәк. Ә тормошта гел генә һин уй лағанса килеп сыҡмай. Бер генә юл да яҙмаған саҡтар ҙа булғы ланы. Күпмелер ваҡыттан һуң яңынан илһам уяна, шиғыр тыуа,"-
       ти автор.
       Шиғырҙарының күбеһе төнгө тынлыҡ урынлашҡас, бер кем дә ҡ амасауламаған ваҡытта, ял сәғәттәрендә тыуа.
       Силәбе өлкәһендә тыуып үҫеп, Өфө авиация институтын тамам лап, техник фәндәр кандидаты дәрәжәһен яулаған шағир ижадынд а Тыуған төйәгенә дан йырлауы сағыла. Вячеслав Станинов үҙе н "шағир" тип атарға ашыҡмай, баһаны ул үҙ уҡыусыларынан кө тә. Тормошсан алымдар менән һуғарылған һәр бер шиғырының үҙ тарихы, үҙ яҙмышы бар, бәлки шуның өсөндөр ҙә китап уҡыусыл ар уның ижадына битараф ҡалмай. Үҙенең шиғырҙар йыйынтығында
       автор "Көмөш быуат" шағирҙары Блок, Ахматоваға булған ихтир амын йәшермәй. БР Яҙыусылар идараһының әҙәби консультанты А . Леонидов шағирға ижадында туҡталып ҡалмаҫҡа, тормош йәшәйе шенә яҡыныраҡ тороп үҙенең уникаль әҙәби донъяһын булдырырға
       һәм киң ҡатлам уҡыусыларын табырға тәҡдим итә.

27.09.2004
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал