6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Йәштәр

Германиянан Өфөгә тәьҫораттар артынан
27.09.04


       Күп кенә яҡташтарыбыҙҙың сит илгә китергә тырышыуына өй рәнеп тә бөткәнбеҙ инде. Мөмкинселек килеп сыҡһа, ата - әсәл әр ҙә бик теләп балаларын сит илгә белем эстәргә ебәрә. Кире
       процес та юҡ түгел - һуңғы ваҡытта сит илдә тыуып үҫкән мал ай һәм ҡыҙар ҙа Рәсәйгә, шул иҫәптән Башҡортостанға эләгергә
       тырыша.
       Кристина Ланг һәм Дерте Домашке Өфөгә тәьҫораттар артынан
       килгән. Дрезден техник университеты медицина факультетының дүртенсе курсын тамамлаусы студенткалар республика балалар д ауаханаһына практика үтергә килгән. "Беҙҙең уҡытыусыбыҙ бынд а булғаны бар. Һеҙҙең госпиталде маҡтағас, беҙ ҙә бында киле п күрергә булдыҡ", - ти ҡыҙҙар.
       Практика - ҡатмарлы эш
       Балалар дауаханаһы коллективы һәм уның йәш пациенттары менә н улар бик тиҙ уртаҡ тел таба. Дерте менән Кристина ауырыуҙа рҙың йәрәхәттәрен бәйләй, хатта операция ваҡытында ярҙам итә . Тел мәсьәләһе немец ҡыҙҙарының врач һәм шәфҡәт туташтары м енән аралашыуы өсөн кәртә булып тормай. Дерте быға тиклем дә
       рус телен өйрәнгән, Өфөлә иһә белемен нығытырға ла мөмкинсе лек булыуына ул бик шат. Кристина ла бер нисә аҙна эсендә иң
       кәрәкле һүҙҙәрҙе отоп алған. Медицинаның төп теле латин тел е булыуы ла аралашыуға ярҙам итә, ти улар.
       Сағыштырыу - беҙҙең файҙаға
       Ҡыҙҙарҙан Германия менән Рәсәйҙе сағыштырып ҡарауҙарын һо рағас улар бер аҙ баҙап ҡалды. "Бер үк инструменттар, бер үк
       машиналар... Дауаханала айырма юҡ тиерлек, - Дерте бер аҙ у йлап торғандан һуң дауам итә, - Тик бына һеҙҙең врачтар бары һына ла дуҫтарса мөнәсәбәттә тора, асыуланмайҙар. Беҙҙекеләр
       ҡатыраҡ һәм практиканттар менән асылып һөйләшеп бармай".
       Кристина менән Дерте практикала Бөйөк Британияла, Израилд ә булған. Йыл һайын Дрезден университеты студенттары үҙҙәрен ә практика үтер өсөн урын һайлай. Бында телде белеү ҙур роль
       уйнай. Ә иң ҙур проблема, ҡыҙар әйтеүенсә, аҡсаға ҡайтып ҡа ла, сөнки юл сығымдарын үҙеңә ҡапларға тура килә.
       Күңел асыуға ла ваҡыт ҡала
       Немец ҡыҙҙары Башҡортостанға бик тиҙ өйрәнгән . Бында т анышҡан дуҫ егеттәре уларға баш ҡаланы ғына түгел, тирә - яҡ
       роайондарҙағы тәбиғәт матурлыҡтарын да күрһәткән. "Палаткал а йоҡлағанда бик ныҡ өшөнөк, әммә барыбер бик күңелле булды" , - тип хәтерләй Кристина. Германияла ла улар йыш ҡына тәбиғ әткә сыға икән, әммә Белорет районын бер төбәк менән дә сағы штырып булмай, ти улар.

Алиса Правдина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал