6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Йәмәғәт ойошмалары

Бесланда үткән теракттан зыян күреүселәрҙең дәғүә белдерергә хаҡы бар
24.09.04


       Иртә менән барлыҡ электрон мәғлүмәт саралары ҡот осҡос теракттан зыян күргән Бесланға Федерация Советының махсус ко миссияһы килде тип хәбәр итте. Сенаторҙар беренсе һанлы мәкт әпкә барып сәскә һалды, сентябрь ваҡиғаларына мөнәсәбәте бул ған факттар тураһында шылтыратып хәбәр итеү өсөн "ҡыҙыу" тел ефон номерын иғлан итте (ниһайәт!).
       Ә тәрән ҡайғы кисергән халыҡтың Мәскәүҙән килгән юғары вә килдәргә әйтер һүҙе бар, әлбиттә. Уларҙың күргән кисерештәре
       хаҡында һөйләренә иманым камил. Әгәр үҙҙәре килмәһә, хат яҙ ып, махсус ҡуйылған йәшниктәргә төшөрәсәктәр. Бары тик йәшни ктәрҙе урындағы милиция ғына һаҡламаһын. Уларға бесландарҙың
       ҡарашы айырым. Фажиғә көндәрендә мин Бесланда булманым, Ҡат ын - ҡыҙҙар союзы йомошо буйынса гуманитар миссия менән 17 -
       20 сентябрҙә генә булырға тура килде. Күҙҙәре булған - кү рәсәк, ҡолаҡтары булған - ишетәсәк, йөрәге булған - аңлаясаҡ
       ҡайғыларынан ҡарайған ата - әсәләрҙе, бер көндә өлкәнәйгән ҡыҙ һәм малайҙарҙы. Әлеге ваҡытта тәрән матәмдә булған халыҡ
       булып үткән ваҡиғаларҙан ниндәйҙер сәйәси "дивидендтар" алы п ҡалырға теләйҙер тип уйламайым. Ә бына мәктәптәге фажиғәнә н һуң үткән күп һанлы митингтарҙың асылын ҡайһы бер урындағы
       гәзиттәр тап шулай тип баһалай. Митингта ҡатнашыусылар араһ ында бушҡа тамаҡ ярып ҡысҡырыусылар ҙа, күренеп ҡалыу өсөн н индәй сәбәп тә яҡшы тип һанаусылар ҙа булғандыр, моғайын. Ти к йыйылған халыҡтың күп өлөшө власть органдары вәкилдәренән беҙҙең балаларға хәүеф янағанда һеҙ ҡайҙа булдығыҙ һәм уларҙ ы ҡотҡарыр өсөн нимә эшләнегеҙ тигән ғәҙел һорау бирҙе.
       Сусанна Дудиеваға ниндәйҙер сәйәси "дивидендтар" кәрәктер
       тип уйламайым мин. Кесе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе, фажи ғәлә үҫмер улын юғалтҡан был ҡатын ундай һүҙ барлығын да б елмәйҙер әле. Сикһеҙ ҡайғы солғап алған Сусанна алыҫ Башҡорт отандан килгән ҡатын - ҡыҙҙар менән һөйләшкәндә нимәлер уйла п сығарыуы ла бик шикле. Митинг ваҡытында Сусанна президентҡ а туранан - тура "иң ҡурҡыныс сәғәттәрҙә ҡайҙа булдығыҙ" тип
       һорау биргән. Президент Дзасоховтың яуапһыҙ ҡалмауын билдәл әргә кәрәк. Ул хатта ғаиләһе менән бәхилләшеүен, тик уны фаж иғә урынына үткәрмәүҙәрен әйтте. Әммә Сусанна Петровна бары һын да белергә теләй: президентты туҡтатҡанға тиклем ҡайһы у рамға барып еткән ул Президентҡа ярҙамға эске эштәр министр ы урынбаҫары килә һәм Эске эштәр министры президентҡа үҙ ғүм ерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға рөхсәт итмәне, тип белдерҙе.
       Игеҙ ейәндәре Аслан һәм Сосланды юғалтҡан Георгий Бероев хәүеф янаған осраҡта властың көсһөҙлөгө тураһында уйлап сыға рып һөйләйме Һигеҙ йәшлек ҡыҙы Залина менән ҡатыны дауахана ла ятыусы Важа Плиев алдаймы Уның 10 йәшлек ҡыҙы Алана башҡ а бер ваҡытта ла мәктәп формаһын кеймәйәсәк. Бына Цкаевтар ғ аиләһе. Әсә кеше Фатима тамуҡҡа әйләнгән мәктәптән алты айлы ҡ ҡыҙын алып сыҡҡан һәм ҡалған улы менән ҡыҙын эҙләп кире ба рған. Хәҙер уның урыны ҡәберлектә, ун йәшлек ҡыҙы Кристина л а әсәһе эргәһендә. Ата кеше имсәк балаһы һәм дүрт йәшлек улы
       менән тороп ҡалды, һәм уның да власть органдарына һорауҙары
       булмаҫҡа тейешме Рита Течиеваның 14 йәшлек улы Хәсән һәләк
       булған һәм фатиры тулыһынса янған - унда гранатомет снаряды
       эләккән.
       Ул тиклем ҡорал мәктәпкә нисек барып эләккән Һорауҙар, һ орауҙар... Ниңә власть компенсация түләүҙе ашыҡтырмай Аҡса бит әлеге ваҡытта айырыуса кәрәк. Ниңә гуманитар ярҙамды аҙ
       күләмдә тараталар
       ... Радионан Бесланда урындағы мидлиция дәрәжәһендәге өс кешегә енәйәт эше асылыуы тураһында хәбәр ителде. Сәбәптәр б арҙыр инде. Шуға күрә беҙгә осетин ҡатын - ҡыҙҙарына ҡолаҡ һ алып үҙ балаларыбыҙҙы үҙебеҙгә һаҡларға ҡала. Балалар һәләк булырға тейеш түгел... Власть яуап бирергә тейеш...

Лилиә Зинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал