6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Өҫтәлдә икмәк буласаҡ
27.09.04


       Республикала үҫтерелгән икмәк уңышы ниндәй Буралар тул ымы Яңы уңыш игененән үҫтерелгән икмәк ниндәй буласаҡ
       Ошо һәм башҡа көнүҙәк һорауҙар менән беҙ БР Ауыл хужалығы
       министрлығына мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Һәм бына ниндәй яуап тар ишеттек. Уңыштың бөгөнгө күрһәткестәрен үткән йылғылары менән сағыштырғанда әле эштең айырыуса ойошҡан рәүештә барыу ы күҙгә ташлана. Беренсенән, уңышты йыйыу йылдам темпта башҡ арылды. Бында игендең быйыл тиҙ өлгөрөүе лә, республиканың к омбайн паркы яңыртылыуы ла үҙ ролен уйнамай ҡалманы. Быйыл, мәҫәлән, урып - йыйыу эштәрендә 800 - гә яҡын сит илдә сығар ылған комбайн ҡатнашты.
       Икенсенән, игенде һуғып алыу ҙа үткән йыл менән сағыштырғ анда бер миллион тоннаға тип әйтерлек юғарыраҡ булды. Башҡор тостандың унға яҡын районында иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар г ектарынан 30 центнерҙан да кәм түгел.
       Эксперттар әйтеүенсә, быйылғы ҡоро, эҫе йәй иген сифатына
       бик яҡшы йоғонто яһаны, быйыл ул икмәк бешереү сәнәғәте өсө н айырыуса тап киләсәк.
       Тәү ҡарамаҡҡа барыһы ла яҡшы кеүек, икмәк етерлек, иген с ифаты юғары. Тик бынан ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселә р отошта ҡалмай. Быйыл игенгә хаҡтар үткән йылдар менән сағы штырғанда күпкә түбән буласағы хәҙер үк аңлашыла. Ҡайһы бер
       аналитиктар фекеренсә, тотош Рәсәй һәм Европала быйыл уңышл ы йыл килеүен иҫәпкә алғанда, яңы уңыш игененең хаҡы бер яры м - ике тапҡыр арзаныраҡ буласаҡ.
       Хаҡ күтәрелеүен көтөп, ҡайһы бер ерҙә игенде тапшырырға ашыҡмайҙар. Һәм был агросәнәғәт комплексы белгестәрен борсой
       башлағанға оҡшай.
       Яңы уңыш игененән бешерелгән икмәккә хаҡтарға килгәндә, н индәй ҙә булһа үҙгәрештәр көтөлөүен белә алманыҡ. Шулай ҙа х аҡтар әлеге кимәлдә ҡалыр тип ышанғы килә. Һәр хәлдә, экспер ттар фекеренсә, үткән йыл икмәк һәм онға хаҡ ҡапыл ике тапҡы р артҡандағы кеүек хәл ҡабатланмаясаҡ. Өҫтәүенә үткән йыл "и кмәк" һорауы илдә ниндәйҙер ваҡытҡа төп проблемаға әүерелде һәм уның менән Рәсәй Президенты үҙе шөғөлләнергә мәжбүр булд ы. Быйыл иһә, бер һүҙ менән әйткәндә, быйыл өҫтәлдә икмәк бу ласаҡ. Уға хаҡтар артыуы ла көтөлмәй.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал