6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Рәмил Килмәмәтовтың "аҫыл ижады"
27.09.04


       Рәмил Килмәмәтовҡа- 55 йәш. Ошо айҡанлы "Ҡунаҡтар һара йы" сауҙа комплексында фоторәссамдың "Тормош матур" тип ис емләнгән күргәҙмәһе асылды. Туғандары, дуҫтары, коллегалары һәм, әлбиттә, фоторәссамдың геройҙары тәбрикләү һүҙҙәрен әй теп, сәскәләр бүләк иттеләр. Ә талғын ғына яңғыраған ҡурай моңо тантанаға йәм генә өҫтәне. Фотографтың геройҙары ҡабат ланмаҫ йөҙҙәр... Ул йә уйсан, йә моңһоу, йә булмаһа шат-көл әс йөҙҙәрҙе тиҙ-арала күреп ҡала ала. Германия күгендә һәлә к булған балаларҙың иҫтәлегенә арналған эштәре - мәңге онот олмаҫлыҡ ҡайғы-хәсрәт менән һуғарылған. Ғәзиздәрен, туғандар ын юғалтҡан һәр кешенең йөҙөндә, сәскәләр бәйләменең һәр таж ында сағыла был күренеш.
       Дәүләт эшмәкәрҙәрен һүрәтләгән эштәре лә иғтибарҙы йәле п итә. Айырыуса күҙгә ташланған һүрәттә ул Рәйсә Максимовнан ың эске күңелен тамашасыға еткерә алған. Екатеринбург ҡалаһы нан килгән ҡунаҡ күргәҙмә хаҡында бына нимә ти:" Ошонда уры н алған эштәрҙе ҡарап - күҙләп кенә лә Башҡортостандың тарих ын өйрәнеп була".
       Рәмил Килмәмәтов был һөнәренә 25 йыл бағышлаған. Ошо дәү ерҙә ул Башҡортостанды тулыһынса һәм ярты Европаны гиҙгән. У ның күргәҙмәләре Башҡортостан киңлектәре менән генә сикләнм әй, барлап китһәң, Мәскәү, Барселона, Санкт-Петербург, Нью-Й орк, Париж... Сағыу эштәрҙе музейҙар, шәхси коллекционерҙар һатып ала. "Кодак" фирмаһы консультанты Дэвид Кеммбел Рәмил Килмәмәтов ижады менән танышҡас, күңел күҙен, яҙмыш күҙен к үрә белгәне өсөн,уны "Мистер күҙҙәр" тип атаған. Ошо миҙгелд әрҙе үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрергә ашығығыҙ һәм тормоштоң мату рлығына инанығыҙ!

24.09.2004
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал