6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Ҡурай нисек Башҡортостан эмблемаһына әүерелгән
19.08.03


       Рәссам Нил Зиннәт улы Хәбибуллин тыуған республикаһы
       тураһында ахыр сиктә бер картина яҙыу һынлы сәнғәт оҫта ларының изге бурысы ул, тип иҫәпләй. Билдәле рәссам һәм у ның иҫ китмәле эштәре менән мин "Ижад" күргәҙмә залында " Башҡортостан -мөхәббәтем минең" исемле экспозиция асылған
       ваҡытта таныштым. Рәссамдың коллекцияһында ике йөҙҙән ашыу эш иҫәпләнә. Ул арҙың күпселек өлөшөн, портреттар һәм натюрморттарҙан тыш , пейзаждар тәшкил итә. Зәңгәр һәм асыҡ фирүзә төҫтәргә м ансылған күк ҡабағы, ҡуйы урмандар аша күгәреп ятҡан ғор ур тауҙар - быларҙың барыһы ла оҫтаның тыуған яғына оло мөхәббәте менән һуғарылған. Үҙенең тауҙарға ҡарата булған
       тойғоларын Нил Зиннәт улы Владимир Высоцкийҙың шиғыр юлд ары менән сағылдыра: " Тауҙарҙан яҡшыраҡ тауҙар ғына булы р." Ә инде Башҡортостан тәбиғәте тураһында һөйләгәндә у л "Әкиәт!" тиеп кенә ебәрә. Рәссамдың картиналарында райо ндарҙың ниндәйе генә юҡ: "Инйәр яҡтары", "Еҙемдә", "Учалы
       районында", Балтас районындағы "Аҡҡоштар күле" ... Бөрй ән районы тураһында рәссам айырыуса һоҡланыу менән һөйләй . Бигерәк тә уны Шүлгән таш мәмерйәһе хайран ҡалдыра һәм уның күп эштәренә этәргес булып тора. "ғорур мәмерйә эргә һендә урғылып ятҡан саф шишмәне күргәс тә мин уға ғашиҡ б улдым".-тип һөйләй ул һуңынан.
       Нил Зиннәт улы һынлы сәнғәт менән бәләкәйҙән үк ҡыҙыҡ һына башлай. Уның атаһы, Совет Армияһы офицеры, улының б ыл һәләтенә аптырай. 1945 йылда офицерҙың ғаиләһен Болгар ияға Ҡаҙалыҡҡа ебәрәләр, унан һуң ғаилә Урта Азия яҡтарын а - Бохараға күсеп китә. Бында ул Пионерҙар һарайында ул
       Вера Викторовна Хан менән шөғөлләнә башлай, унан баһал ап бөткөһөҙ дәрестар ала. "Уның кеүек оҫтаны һәм тәбиғәт
       бүләк иткән талантты әлегә тиклем осратҡаным юҡ әле.- ти п хәтерләй ул бөгөн.- Үҙенең әсәһе кеүек үк ул да бәләкә й генә таштарҙа төрлө миниатюралар яҙа торғайны. Махсус белеме лә юҡ ине уның, Бохаралағы педагогия институтына ул һуңынан керҙе. Ул минең менән бик төплө шөғөлләнде һәм
       мин 1949 йылда Павел Беньков исемендәге Ташкент художес тво училищеһында уҡыумды дауам иттем". Бохаралағы өлкә музыкаль драма театрында өс йыл эшләгәнд ән һуң, ул элекке мәҙәниәт министры Ғәли Ғүмәров саҡырыуы
       буйынса Өфөгә ҡайта. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, Илеш райо нында, Сибайҙа эшләй. Телевидениеға ул 16 йылға яҡын ғүме рен бүләк итә.
       1965 йылда Нил Зиннәт улын делегация составында Ленин град ҡалаһына Башҡортостан көндәренә ебәрергә ҡарар ител ә. Ә был сараға арнап эмблема уйлап сығарыу талап ителә. Рәссам хәтерләүенсә, уға ҡурай сәскәһе килтерәләр. Әммә сәскәне төрлөсә һүрәтләп ҡараһа ла, йүнле бер нәмә лә кил еп сыҡмай. Артыҡ баш ватырға ла ваҡыт юҡ - ни бары ике кө н бирелгән. Оҙаҡ ҡына этләнгәндән һуң мин осраҡлы ғына һы ҙыҡтар һыҙып, уларҙың башына ете шар эшләп ҡуйҙым. Һуңына н инде улар ете ырыуҙы һүрәтләндерә башланы. Ошо ваҡытта н бирле ул республика символы булып иҫәпләнә һәм герб һәм
       флагҡа индерелгән.
       Бөгөн Нил Зиннәт улына 71 йәш, әммә ул эшен ташламай лицейҙа уҡытыуын дауам итә.

Лили? С?х?б?тдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал