6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәүефле хәл

Компьютер балаларҙы үҙенә буйһондора
16.09.04


       Валентина Семеновнаның берҙән - бер улы Димаға ваҡыты ҡа лмай тиерлек: эш, эш, эш... Өйгә эштән арманһыҙ булып ҡайтып
       йығыла, әммә бер - ике сәғәт ял иткәндән һуң йорт эштәренә тотонорға тура килә.
       13 йәшлек Диманың иһә төп мауығыуы - компьютер уйындары. Көнө буйы, хатта ҡайһы ваҡыт төндәрен дә ул компьютер салоны нда юғала. Дуҫтары юҡ тип әйтергә була, сөнки кеше менән ара лашып бармай Дима. Һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүл әсәһе менә н дә араларын һәйбәт тип әйтеүе ҡыйын. Атаһы менән әсәһе айы рылышҡандан һуң ул айырыуса һытыҡ йөҙ менән, асыулы йөрөй. Н имәгә шатланаһың, әсәһе аҡса бирмәй, ә аҡсаһыҙ кем һине комп ьютерға яҡын ебәрһен
       Иң яратҡан уйыны - компьютерҙа "дошмандарҙы" юҡҡа сығарыу . Йыш ҡына Дима әсәһенән һорамай ҙа китә, сөнки һуңғыһы төнг ә тиклем эштә була. "Мин уйнайым, борлсолма" тип кенә яҙыу ҡ алдыра ла, вәссәләм. Әсәһе асыуланмай ҙа, атаһыҙ бала, уйнаһ ын әйҙә бала сағында. Компьютерҙа өйрәнеүе үҙенә киләсәктә ф айҙаға булыр тип уйлай әсә кеше. Ә инде улының ниндәй юл мен ән аҡса табыуы тураһында уйланмай. Малайы алдарға ла тиҙ өйр әнә, йәнәһе, дуҫы Алешаға нимәнелер йүнәтергә ярҙам иткән, ә
       уныһы компьютерҙа уйнарға аҡса биргән.
       Бына шулай йәшәрҙәр ҙә ине улар, моғайын. Тик бер көнө В алентина Семеновнаның ишегенә милиция хеҙмәткәре шылтырата. Урамда үтеп барыусы оло кешегә һөжүм итеп, сумкаһын алып ҡас ҡан 14 - 15 йәштәрҙәге малайҙы эҙләйҙәр икән. Осраҡлы кешел әр был малайҙы йыш ҡына компьютер салонында күреүҙәрен әйтә.
       Эйе, был тап Димка булып сыға. Валентина Семеновна улының о шондай юлға баҫыуына оҙаҡ ышанмай. Ә малай өсөн был яҙыҡ эшт е башҡарыу бер ниндәй ҙә выждан ғазабы тыуҙырмай, сөнки ул к өн дә уйнаған компьютер уйындарында кеше үлтереп өйрәнгәнинд е.

Владимир Шакиев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал