6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күргәҙмәләр

Уңыш сере - күргәҙмәләрҙә
16.09.04


       Башҡортостандың ике фермер хужалығы һәм "Умартасылыҡ һә м апитерапия буйынса башҡорт ғилми тикшеренеүҙәр үҙәге" учре ждениеһы Санкт - Петербургта ( 30 августтан 5 сентябргә тикл ем унда "Агрорусь - 2004" Халыҡ - ара күргәҙмә - йәрминкәһе үтте) 20 тоннанан ( !) ашыу башҡорт балы һатты. Әйткәндәй, п итерҙәр йыл да үткәрелгән был йәрминкәне түҙемһеҙләнеп көтә,
       унда улар ярайһы уҡ түбән хаҡҡа шифалы башҡорт балы һәм ҡы мыҙ ала, башҡорт аштарын ауыҙ итә.
       "Агрорусь - 2004" башҡорт балы, ҡымыҙ, буҙаһы, ат итенән әҙерләнгән деликатестарҙан да яҡшыһы юҡ икәнлеген тағы бер т апҡыр раҫланы. Сараға 18 ил һәм 38 Рәсәй төбәктәренән килгән
       һигеҙ йөҙгә яҡын предприятие араһында Башҡортостандан биш п редприятие ғына ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең агросәнәғәтсе ләр иҫәбендә биш миҙал. Дөрөҫөрәге, "Умартасылыҡ һәм апитер апия буйынса башҡорт ғилми тикшеренеүҙәр үҙәге" дүрт алтын м иҙалға, ә БР Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалы ғы кооперативтары ассоциацияһы бер көмөш миҙалға лайыҡ булды .
       Башҡортостан агросәнәғәт комплексы предприятиелары компле ксының халыҡтың иғтибарын йәлеп иткәненә аптырарға түгел, бе ренсенән, уларҙы йәрминкәлә үҙәк трибуна эргәһендә урынлашҡа н сағыу башҡорт тирмәһе, ҡурай моңдары ҡаршы алып торҙо. Ике нсенән, беҙҙең предприятиелар минераль һыу, ҡымыҙ, буҙа, шул ай уҡ ат итенән әҙерләнгән ашамлыҡтарҙы һатыуҙан тыш дегуста ция ла үткәрҙе.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал