6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Әлфиә Шәрәфетдинова. 15.09.2004 1 Беҙҙең ҡасаҡтарға Швейцария ярҙам итә
15.09.04


       Ситтән сараһыҙҙың көнөнән күсеп килгән 120 ғаилә тиҙҙән
       торлаҡлы буласаҡ. Улар өсөн йорттар Өфө ҡалаһы Октябрьский районының "Нағай" биҫтәһендә төҙөләсәк.
       Мәсьәләнең ошолай хәл ителеше уҙған йыл аҙағында Швейцари я менән Башҡортостан Хөкүмәттәре араһында халыҡ - ара килеше үҙәр сиктәрендә ҡасаҡтар өсөн ҡасаба төҙөү тураһында ҡарарға
       ярашлы мөмкин булды. Килешеүгә ярашлы, быйыл 31 декабргә ти клем ҡасабаның инженер инфраструктураһы эшләнергә тейеш. Әле ге ваҡытта унда ер бүленгән, төҙөлөш проекты эшкәртелгән, га з үткәргес һалынған, электр үткәрелә.
       "Был проект беҙҙең өсөн бик ҡиммәткә төшә", - ти Швейцар ия илселегенең координация бюроһы директоры урынбаҫары Дорот ея Кольде. - Шуға күрә һалынған средствоның нимәгә тотонолға нын беҙ ентекле күҙәтеп барабыҙ".
       Өфөлә меңәрләгән кеше трлаҡһыҙ яфа сиккәндә, ситтән килеү селәр өсөн тотош бер ҡасаба төҙөү дөрөҫмө һуң Әммә бында һү ҙ ниндәй ҙә булһа сәбәп менән республиканан ситкә сығып китк ән һәм һуңынан кире әйләнеп ҡайтырға мәжбүр булған ватандашт арыбыҙ хаҡында бара. Һуңғы ун йылда ғына Башҡортостанға 450 мең кеше ҡайтты. Уларҙың өстән ике өлөшө - Рәсәй төбәктәренә н, ҡалғандары - элекке СССР республикаларынан.
       Башҡортостан менән Швейцария араһында әлеге төҙөлөшкә бәй ле хеҙмәттәшлектең 2002 йылда уҡ башланыуын әйтеп үтергә кәр әк. Швейцария рәсәйҙә һәр төрлө социаль программаларҙы тормо шҡа ашырыуҙы уҙған быуаттың 1992 йылынан уҡ алып бара. Ул са ҡта хеҙмәттәшлект еөс йүнәлештә - урта һәм кесе эшҡыуарлыҡты
       үҫтереү, гражданлыҡ йәмғиәте төҙөү һәм экология өлкәләрендә
       үҫтереү юлы билдәләнгәйне. Ҡасаҡтар йәмғиәте менән эш 2000 йылда башланды. Швейцария өсөн был Рәсәй күләмендә финанс йә һәтенән иң ҡеүәтле проект иҫәпләнә, сөнки ул ҡасаба һалыуға 500 мең франк бүлә.

Социаль яҡлау
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал