6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Армия һәм йәмғиәт

Террорсыларға ҡаршы НАТО менән бергәләп көрәшәсәкбеҙ
15.09.04


       Һигеҙенсе сентябрҙә Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль шт аб начальнигы Юрий Балуевский Европала НАТО Берләшкән ҡоралл ы көстәренең төп командующийы Джеймс Джоунс менән осрашты. РФ Оборона министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, у лар Бесланда булып үткән билдәле ваҡиға һәм халыҡ - ара терр орға ҡаршы саралар күреү тураһында һүҙ алып барҙы.
       Осрашыуҙан һуң Балуевский бер нисә бик мөһим белдереү яһа ны. Ул журналистарға илебеҙ, террорсылар илдең ҡайһы мөйөшөн дә булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың базаһына һөжүм яһарға әҙер, әммә бында һүҙ ядро ҡоралын файҙаланыу тураһында бармай тип белдерҙе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡорал теге йәки был реги онда хәлдең торошона ҡарап һайланасаҡ, тип тә өҫтәне. Әлбитт ә, Балуевский "ҡорал ҡулланыу - террорға ҡаршы көрәштә һуңғы
       сара" икәнлеген яҡшы аңлай. Хәйер, әлеге хәлдә һайланырға у рын ҡалманы. Шәмбе көнө үҙенең халыҡҡа мөрәжәғәтендә Владими р Путин әйтеүенсә, "беҙ Рәсәйгә ҡаршы халыҡ - ара террорҙың туранан - тура интервенцияһы, ҡаты һәм ҙур масштаблы һуғыш м енән эш итәбеҙ". Бындай янауға Ҡораллы көстәр ошондай уҡ яуа п ҡайтара ала. Рәсәйҙә бының өсөн барыһы ла бар.
       Шул уҡ ваҡытта илебеҙ НАТО ярҙамынан да баш тартырға йыйы нмай. "Террорсылыҡ бөгөн берәм - һәрәм террорсыларҙан террор сы интернационалға әйләнде һәм бары тик берҙәмлек менән генә
       беҙ 21 быуат чумаһын туҡтата аласаҡбыҙ", - тип билдәләне Ба луевский. Уның фекере буйынса Бесландағы фажиғә һис шикһеҙ Р әсәй менән Төнъяҡ Атлантика альянсы араһындағы бәйләнештең ә үҙемләшеүенә килтерәсәк. "Беренсе сиратта беҙҙең хеҙмәттәшле к террорсылыҡҡа ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән", - тип һыҙыҡ өҫтө нә алды генерал - полковник.
       Был хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре сифатында Генштаб нач альнигы террорсыларҙың бар структуралары һәм ячейкалары аша мәғлүмәт менән алмашыу, уларҙың бар хәрәкәтенә оператив яуап
       биреүҙе атаны. Шулай уҡ уртаҡ махсус подразделениелар әҙерл әү һәм файҙаланыу күҙаллана, улар теракттарҙы иҫкәртеү һәм о шо юҫыҡтағы башҡа мөһим эштәр менән шөғөлләнәсәк.
       Үҙ сиратында генерал Джоунс Рәсәй яғын " Көнсығышҡа ары х әрби базалар урынлаштырыу буйынса НАТО - ның да, АҠШ - да пл андары юҡ", - тип ышандырҙы. Ғәскәр һанын арттыру ҙа булмаяс аҡ. Киреһенсә, Төнъяҡ Атлантика альянсы халыҡ - ара террорсы лыҡҡа бергә көрәш алып барыу маҡсатында Рәсәй менән бәйләнеш те нығытырға ниәтләй.
       Үткән шәмбе Путин әйтеүенсә, "беҙ хәүефһеҙлектең һөҙөмтәл есистемаһын булдырырға тейешбеҙ".

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал