6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Учалыла милиционерҙар династияһы йәшәп килә
14.09.04


       Учалыла милиционерҙар династияһы бар - биш ағай - эненен
       бишеһе лә милиционер һөнәрен һайлаған.
       Ғәниевтар ғаиләһендә тәүге "погонлы кеше" - Әмир, ғаиләлә
       иң өлкән бала. Уның атаһы ла, ҡартатаһы ла милицияла хеҙмәт
       иткән кешеләр түгел. Әле Әмир Миҙәҡ улына 51 йәш. Юл - патр уль хеҙмәтендә егерме йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ул. Милици яла был йәһәттән эш тиҙ тора: егерме йыл стажың бар икән - һ ин пенсионер.
       Ағайҙарҙың икенсеһе Ғадил 28 йыл эшләп, пенсияға подполков ник дәрәжәһендә сыға. Өсөнсөһө Дамир ҙа участковый һөнәрен һ айлай.
       Рим Ғәниев ведомствонан тыш һаҡлау бүлегендә оператив ида ра үҙәге инспекторы булып эшләй. Егерме йыл дауамында ул бе ренсе булып хәүеф тураһында хәбәрҙәрҙе ҡабул итә.
       - Бындай эштә теләйһеңме - юҡмы бар ваҡиғаларҙың уртаһынд а булырға тура килә, - тип һөйләй ул. - Ғөмүмән алғанда, Уча лы тыныс ҡала, сменаға алты - ете шылтыратыу булғандыр, арты ҡ күп түгел.
       Дүрт ағайың милицияла хеҙмәт итһә, бишенсеһенә ҡайҙа бары рға инде Бына бәләкәстәре Ғамир ҙа участковый булып эшләй б ашлай. Әйткәндәй, биш бер туған милицияла хеҙмәт иткән осраҡ
       республикала башҡа юҡ.
       Ағалы - ҡустылы Ғәниевтар үҙ - ара татыу йәшәй. Хәҙер, бу ш ваҡыттары арта төшкәс, улар күмәкләп балыҡ тоторға йәки һу нарға сығырға ярата.
       Ата - әсә эҙҙәренән китмәһә лә был биш ир - егет башҡорт милицияһы тарихына инеп ҡаласаҡ тип әйтергә була: Учалы ҡала һының эске эштәр бүлеге музейында уларға арналған айырым сте нд эшләнгән. Уларҙың һәр береһе бындай иғтибарға лайыҡ - фиҙ акәр хеҙмәттәре өсөн бирелгән миҙалдары ла ошо турала һөйләй .

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал