6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Балалар

Баламдың һорауына яуап бирә алманым
14.09.04


       - Әсәй, мин мәктәпкә барырға ҡурҡам, - тине кисен ете йәш лек ҡыҙым.
       - Бына һиңә кәрәк булһа! - тинем мин бер ни уйламайынса. Т өрлө саҡтар булды - барғым килмәй, "эсем ауырта, миңә күңелһ еҙ"- мәктәптән бер көн ял итер өсөн нимә генә уйлап тапмай и кенсе синыф уҡыусылары. Артабан нимә әйтергә белмәй туҡтап ҡ алдым. Беслан. Тормошобоҙҙо 180 градусҡа үҙгәрткән фажиғә. Б әләкәй генә был ҡаланың исемен әйткәндә лә тамаҡҡа төйөр тор а, ә инде ҡанға батҡан мәктәп коридорҙарын бер ваҡытта ла о нота алмаясаҡмын.
       - Ниңә ҡурҡаһың - тип һорайым ипләп кенә. Яуабын белеп т орам.
       - Ә унда террорсылар булып ҡуйһа - Дәфтәрҙәрен йыя - йыя
       һорауға һорау менән яуап ҡайтара ул. Һәм ошо тыныслыҡ мине тетрәтә. Балаңдың киләһе уҡыу көнөнә сумкаһын әҙерләшкәндә, тыныс тауыш менән бандиттар тураһында әңгәмә ҡор инде.
       - Өфөлә ниндәй террорсылар булһын, беҙ - бында, улар - те гендә, - тип аңлатырға маташам.
       - Һуң ул да бит Рәсәйҙә урынлашҡан, - ти бала.
       Дөрөҫөн генә әйткәндә мин башҡа һүҙ таба алманым. Ә бит и ке юғары белемем бар, бынан тыш һөнәрем дә халыҡҡа мәғлүмәтт е аңлайышлы итеп еткереүгә ҡоролған. Ә бына үҙ балама аңлата
       алмайым. "Унда барыһы ла икенсе төрлө, унда ҡыҙыу нөктә, ҡа тмарлы..." - тотлоға - тотлоға аңлатырға тырышам.
       - Ә балаларҙың бында ниндәй ҡыҫылышы бар - ҡыҙым күҙҙәре н минән алмай.
       Ҡыҫылышы юҡ. Балаларҙың да, Бесланда сентябрь айының тәүг е көндәрендә һәләк булған башҡа аманаттарҙың да бер ҡыҫылышы
       юҡ. Ҡайғы уртаҡлашыуҙар, зыян күреүселәргә ярҙам өсөн махсу с иҫәптәр, ике көнлөк матәм, террорсылыҡҡа ҡаршы митингтар, режимдың көсәйәүе. Бар шарттар ҙа һаҡланған, саралар күрелгә н. Тик берәү ҙә гарантия бирмәй. Ваҡыты шундай.
       Ҡурҡыныс. Тик үҙең өсөн түгел. Ҡамалған аманаттарҙың йөрә гендә ниндәй уйҙар булғанын бер ниндәй ҙә телекамера тапшыра
       алмай. Хәҙер унда ниндәй хәлдәр икәнлеген дә фаразларға ғын а ҡала.
       Беҙгә иһә балаларыбыҙҙың һуғыш ваҡытында үҫеүе менән киле шергә ҡала. Быға мине ҡыҙым инандырҙы. Ете йәштә балалар мәк тәпкә йөрөүҙән ҡурҡырға, "террорсы" һүҙен белергә, милли сәй әсәт үҙенсәлектәре тураһында әңгәмә ҡорорға тейеш түгел. Тик
       улар ҡурҡа, белә һәм фекер алыша. Башҡа балалар ҙа ата - әс әләренә ошондай уҡ һорауҙар бирмәгәндер тип уйламайым. Тик м ин баламдың һорауына яуап бирә алманым...
       "Икенсе йыл беренсе сентябрь байрамына колбаса һәм "Хохла нд" сыры алып барәм", - тип һығымта яһаны һөйләшеү аҙағында ҡыҙым.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал