6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ял

Өфө уҡыусыларын ҡунаҡсыл Украина ҡаршы алды
10.09.04


       Сәйәсмәндәр дәүләт кимәлендә Украина менән Рәсәйҙең үҙ -
       ара мөнәсәбәте проблемаларын тикшергән арала халыҡ дипломат ияһы үҙенең ыңғай ролен башҡара. Нисек кенә булмаһын, славян
       халыҡтары араһында дуҫлыҡ ептәрен бер ниндәй ҙә сәйәси елдә р ҡаҡшата алмай. Халыҡ бере - береһенә ҡунаҡҡа йөрөүен, күрш еләрҙең тел һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуын дауам итә. Һәр хәлдә үткән йәй ике халыҡ араһындағы бәйләнеш тағы ла нығынд ы тип әйтергә була.
       Тыуған Украинаһында булыу - ата - бабалар иленән алыҫ йәш әгән һәр украиндың хыялылыр, моғайын. Был айырыуса тыуған яғ ын өлкәндәр һөйләүенән генә белгән балаларға ҡағыла.
       Быйыл йәй Өфөнөң Дим районында йәкшәмбе мәктәбендә белем алыусы украин тәрбиәләнеүселәре Львов өлкәһенең Сокаль район ында ял итте. Уҡыусыларҙы Башҡортостан украиндарының "Кобзар ь" миллил - мәҙәни үҙәге рәйесе Владимир Дорошенко алып барҙ ы.
       Әлеге ваҡытта Башҡортостандан тағы бер төркөм уҡыусылар " Артек" лагерында ял итте. Бындай мөмкинселекте беҙгә инде би шенсе тапҡыр Украина Президенты Аппараты бирә. Бынан тыш күп
       йылдар дауамында беҙҙең республикалағы украин мәктәптәре ө сөн Украина уҡыу әсбаптары ебәрә.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал