6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Конкурстар

Халыҡ артистарына юл асыҡ
10.09.04


       Ярайһы уҡ оҙайлы ваҡыт дауамында ОРТ һәм РТР каналдары т амашасылары халыҡ араһынан сыҡҡан йәш таланттарҙың уңыштары н ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Улар араһында өмөтлөләре лә, урындары б өтөнләй сәхнәлә булмағандары ла етерлек. Әммә иң мөһиме - те геләре лә, былары ла телевидениела күренергә мөмкинселекте ҡ улдан ысҡындырмаған, ә был инде белебеүебеҙсә, һәр кемде поп улярлыҡҡа илтеүсе юлдарҙың береһе булып тора.
       "Ә беҙ кемдән кәм" - ти башҡорт телевидениеһында эшләүсе ләр һәм урындағы, халыҡ араһынан сыҡҡан артистарҙы республик а күләмендә күрһәтергә кәрәк тигән ҡарарға килә. Артабан инд е эш һәр ҡайһыһының талантынан һәм ныҡышмалылыған тора.
       БСТ каналында күрһәтелгән "Гәлсәр һандуғас" эстрада йыры фестивале "Йондоҙҙар фабрикаһы"ның альтернативаһы булып тора . Быйыл уға дүрт йыл тулды. Әгәр элек конкурста билдәле йырс ылар ҡатнашһа, бөгөн "Гәлсәр һандуғас" сәхнәһенә "өр - яңы" йырсылар менә. Венер Камалов, Хәсән Усманов, Рөстәм Ғиззәтул лин, Фәрит Бибулатов, Флүрә Килдейәрова кеүек билдәле артист ар бында бары тик ҡунаҡ ҡына. Бынан тыш быйыл асылған продюс ер үҙәге лә буласаҡ йырсыларға ярҙам итәсәк.
       Конкурс шарттары ниндәй һуң
       Беренсенән, һеҙҙең йырсы булыу һәм тамашасыларға оҡшау те ләгегеҙ көслө булыуы мотлаҡ. Сөнки тамашасыларҙың тауыш бире үе һайлап алғанда бик ҙур роль уйнай. Икенсенән, һеҙҙең йәше геҙ 18 - ҙән кәм һәм 45 йәштән артыҡ түгел. Өсөнсөнән, һеҙ
       башҡорт йәки татар телендә йырлайһығыҙ. Бынан тыш, беренсе турҙа ҡатнашыусылар продюсер үҙәгенә сәхнәлә сығыш яһауҙары төшөрөлгән видеоматериал килтерә, шулай уҡ мини - дискта юға ры сифатлы фонограмма, сәхнә костюмы һәм ижади автобиография
       яҙылған резюме булыуы талап ителә.
       Был этапты үтеүселәр икенсе турға саҡырыла. Ошонда буласа ҡ артист үҙенең бар һәләтен күрһәтә лә инде. Продюсер үҙәге тамашасы һәм телекамералар алдында сығыш яһаясаҡ биш ҡаланы билдәләне, улар - Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Октябрьский, Учалы, Н ефтекама.
       Конкурстың финалы декабрь айында Өфөлә, "Нефтяник" Мәҙәни әт һарайында үтәсәк.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал