6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Акциялар

Тәртип һаҡлаусылар балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмай
09.09.04


       "Үҫмер" республика операцияһында өс меңдән ашыу милиция хеҙмәткәре ҡатнашты. Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Эске эштәр
       министрлығында операцияның "Үҫмер - ғаилә" тип аталған өсөн сө этабына йомғаҡтар яһалды: был юлы тәртип һаҡлаусылар ата - әсәләре етерлек иғтибар бирмәгән балаларҙың йәшәү шарттары
       менән танышты. Иҫкә төшөрөп үтәйек, июндә үткән "Үҫмер - эн ә" тип аталған беренсе этап наркомания һәм токсикоманияға ҡа ршы профилактик саралар үткәреүгә арналғайны. Июль айында иһә милиция хеҙмәткәрҙәре "Үҫмер - йәй 2004" тип исемләнгән икенсе этапта балаларҙың йәйге каникулдары файҙалы һәм күңе лле итеп ойоштороу - ойошторолмауын тикшерҙе.
       Операцияның өсөнсө өлөшөндә үҙҙәренең балиғ булмаған бала ларын тәрбиәләүгә тейешле иғтибар бирмәгән 304 ата - әсә иҫә пкә ҡуйылды. 737 кеше адмиинистратив яуаплылыҡҡа тарттырылды , уларҙың 47 - һе - балаларҙы спиртлы эсемлектәр ҡулланырға йәлеп иткән өсөн. Бынан тыш милиция хеҙмәткәрҙәре 400 ял лаг ерын, 34 балалар йортон тикшерҙе.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал