6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Армия һәм йәмғиәт

Хәрби уҡыу йорто студенты - ғорур яңғырай
08.09.04


       Алдан хәбәр ителеүенсә, ошо көндәрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй х әрби йыйыны үтте. Унда хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы рәй естәре, хәрби комиссарҙар, 81 Рәсәй субъекты военкоматының б үлек начальниктары ҡатнашты. Күнекмәләр араһындағы ял ваҡыты нда "БАШвестЪ"гәзите хәбәрсеһе РФ Оборона министрлығының мат буғат хеҙмәте вәкиле Сергей Анниковҡа бер инсә һорау менән м өрәжәғәт итте. Ул түбәндәгеләрҙе һөйләне.
       - Иң башта хәрби профессияһы йәштәр өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙы ра башлауын әйтеп үтер инем, сөнки хәрби вуз студенты исеме үҙе үк ғорур яңғырай. Хәрбилеккә бөгөн бер нисә Рәсәй вузынд а уҡырға мөмкин. Рәсәйҙә был йүнәлештә эшләүсе вуздар 76 иҫә пләнә, уларҙың 16 - һы - академия, өс университет, ҡалған 57
       - һе - училище. Быйыл йәй уларҙың күбеһе ҙур абруй менән фа йҙаланды. Был турала уҡырға инеүселәр араһында булған конкур с һөйләй - бер урынға өс кеше дәғүә итте. Сит илдәр араһында
       ла Рәсәйҙә хәрби белем алыу теләге һүрелмәй. 2003 йылда ғын а сит дәүләттәрҙән офицерҙар әҙерләүгә һигеҙ мең заявка бире лгән.
       Әлеге ваҡытта хәрби вуздарҙа 18 мең педагог белем бирә - был Оборона министрлығының фәнни потенциалының 70 процентын тәшкил итә. Уҡытыусыларҙың яртыһынан күберәге юғары квалифик ациялы.
       Рәсәй армияһының иң алдынғы уҡыу - методик үҙәге булып Ҡо раллы Көстәрҙең Гуманитар академияһы һәм Иҡтисад, финанстар
       һәм хоҡуҡ хәрби академияһы базаһында булдырылған Хәрби унив ерситет һанала. Хәрби университет күп профилле булып тора һә м офицер кадрҙарын гуманитар, юридик һәм филологик йүнәлештә р буйынса әҙерләй. Уҡытыу 11 факультетта һәм 43 кафедрала ал ып барыла. Студенттар хәрби психология, мәҙәниәт һәм журнали стика, сит телдәр, юриспруденция, хәрби - социаль эш нигеҙҙә рен өйрәнә.
       Күптәрҙе Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби - һауа инженер
       академияһы йәлеп итә. Быйыл ул ике йөҙгә яҡын студент ҡабул
       итте, әйткәндәй, уларҙың 10 проценты мәктәпте алтын миҙалға
       тамамлаған.
       Хәрби вуздарҙа теория менән бер рәттән практикаға ла ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, Владивосток ҡалаһындағы С. О. Макар ов исемендәге Тымыҡ океан хәрби - диңгеҙ институты курсантта ры Тымыҡ океан флоты караптарының походтарында ҡатнаша. Улар ҙың Калининградта һәм Санкт - Петербургта белем алған коллег аларының да бындай мөмкинселектәре бар. Уҡыу йортон тамамлау ға улар Балтика диңгеҙе киңлектәрен рәхәтләнеп гиҙә.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал