6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хайуандар донъяһында

Ғәфү үтенергә хаҡым бармы минең
03.09.04


       "Үҙебеҙ ҡулға өйрәткәндәр өсөн беҙ яуаплы", - тигән класс ик. Мине яҡын күргән дуҫтарым ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндә,
       әсәләре бәләкәстәрен балалар йортонда ҡалдырып киткәндә һә м бесәйем менән булған ваҡиғаны иҫемә төшөргәндә мин эсемдән
       генә ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлайым.
       ... Яңы быуатҡа бер ай ваҡыт ҡалғанда пәйҙа булды был бес әй балаһы беҙҙең өйҙә. Бәләкәс кенә аҡ йомғаҡты күреү менән ул минеке буласаҡ, тип уйланым.
       Бесәй балаһын әсәйем эшенән алып ҡайтты. Иң башта ул мине ң карауатымды еүешләне. "Етер, - тип хәл иттем мин, - уға ис ем ҡушырға кәрәк". Тик минең Гамлет, Берия, Одиссей кеүек тә ҡдимдәремә ҡаршы атайым "Васька буласаҡ", - тип кенә ҡуйҙы. Был исем уға тап килеп тора ине.
       Беҙ Васька менән айырылмаҫ дуҫтарға әйләндек. Уның аяҡтар ы ҡыҫҡа, шуға күрә карауаттан үҙе һикереп төшә алмай, мин мә ктәптән ҡайтып, бәҙрәфкә алып барғанды көтә ине.
       Васьканың күҙҙәре йәшел, ә танауы ал төҫтә ине. Тәҙрә төб өндә ҡояшҡа иҙрәп ултырғанда уның күҙҙәре бер һыҙыҡҡа әйләнә
       һәм ул аҡ бәрхәткә төрөнгән азиат шахын хәтерләтә ине. Ә ки стәрен киреһенсә, уның күҙҙәре биш һумлыҡ аҡса кеүек булып ҙ урая. Василийға бер йәш тулғас, атайым ниңәлер ул мотлаҡ Вас илий Маркович Цетельман булырға тейеш тип ҡарар сығарҙы. Хәҙ ер мин Васьканы Маркыч тип кенә йөрөтә башланым.
       Маркыч бер ваҡытта ла тырнаҡтарын батырмай, тыныслыҡ ярат ыусы бесәй булып сыҡты. Миңә һырынып, төнө буйы мырылдап сығ а торғайны.
       Ҡайһы ваҡыт мин бесәйем менән һөйләшә торғайным. Шулай б иш йыл ваҡыт үтте, ә июнь айында Васька юғалған. Мин был ваҡ ытта походта инем. Өфөгә ҡайтҡанда Маркычтың табылыуынаике к өн үткәйне. Ул карауат аҫтынан сыҡмай, өҫтө бысраҡ, бер нимә
       лә ашамай, ауыҙынан һеләгәйҙәре ҡойола. Әсәйем, кисә ул та уыҡ ите ашаған һәм, моғайын,тамағына һөйәк торғандыр, тине.
       Беҙ ағайым менән уны ветеринарға алып киттек. Ветлечебниц а подвалда урынлашҡан һәм арзанлы лабораторияны хәтерләтә. " Уның бөйөрө өҙөлгән, берәйһе ныҡ итеп типкәндер, моғайын. Һе ҙҙең ике юлығыҙ бар: йәки 300 һум түләп йоҡлатырға, тик был ваҡытта һеҙгә бер нисә сәғәт буйына уның үлгәнен көтөргә ту ра киләсәк. Йә инде операция эшләйбеҙ. Ул өс мең торасаҡ, әм мә бесәйҙең тере ҡалыуына 5 - 10 процент ҡына гарантия бирә алабыҙ. Был көйө ҡалдырғанда ул дүрт тәүлеккә лә сыҙамаясаҡ ". Мин ветеринарҙың бер һүҙенә лә ышанманым, алдағанын һиҙә инем. Ул минең бесәйҙе нисек яратҡанымды күрә һәм ошонан фай ҙаланып, аҡса эшләп ҡалырға теләй.
       Мин Васьканы алдым да был подвалдан сығып йүгерҙем. Ҡулда рым бесәйҙең һеләгәйҙәренән еүешләнде, биттәрем буйлап йәш а ҡты. "Үҙең ҡара, - тине ағайым, - тик бесәй өсөн бер нисә ме ң аҡса түгеү, миңә ҡалһа, алйотлоҡ".
       ... Беҙ һөйләшмәйенсә тимер юл вокзалына килеп еттек. Мин
       Васьканы түшемә ҡыҫып иланым да, иланым, ул үҙенең йәшел кү ҙҙәрен минән алманы.
       Шәхси йорттар эргәһенә килеп еткәс, ағайымдан машинаны ту ҡтатыуын һораным һәм йәштәремә төйөлә - төйөлә Васьканы үлән
       өҫтөнә ултырттым. Ул ҡурҡып тирә - яғына ҡаранды һәм "Ҡайҙа
       алып килдең мине" - тип һорағандай булды.
       Мин Маркычка ҡарамайынса машинаға ултырҙым. Һуңғы тапҡыр уға башымды бороп ҡарағанда, ул хушлашҡандай моңһоу күҙҙәре менән миңә текләне.
       ... Васька был донъяла юҡтыр инде. Мин иһә йыш ҡына уны и ҫемә төшөрәм һәм илайым. Уның китеүенә иламайым мин, ә уны а лып ҡалмағаныма илайым. Бәлки ныҡышыраҡ булһам, ул тере ҡалы р ине...
       "Ярар инде, ул бары тик йән эйәһе бит, кеше түгел", - ти п әйтерһегеҙ бәлки. Эйе, хайуан. Ә хайуан өндәшмәйенсә ғазап лана, ҡайһы ере ауыртҡанын теле менән әйтә алмай. Әллә ниндә й насар нимә лә эшләмәнем кеүек, әммә хәҙер миңә бик ҡыйын. Яратҡан дуҫымдан баш тарттым мин. "Ғәфү ителергә хаҡым бармы
       минең" - сәйер һорау. Әммә мин үҙемде ошо ҡылығым өсөн күр ә алмайым.

Лариса Парфентьева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал