6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

"Артист туған телен белергә тейеш" - ти Белем көнөндә Гөлли Мөбәрәкова
03.09.04


       Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова - СССР - ҙың халыҡ артистк аһы, Өфө Сәнғәт академияһы профессоры, Мәжит Ғафури исемендә ге Башҡорт дәүләт драма театры артискаһы бөгөн Өфө дәүләт сә нғәт академияһы студенттарына сәхнә телен өйрәтә.
       - Белем көнөн яҡшы кәйеф менән ҡаршы алам. Быйыл инде өс өнсө курсҡа еткән студенттарым менән классика өҫтөндә эшләй әсәкбеҙ.
       Бөгөнгө көн актеры ниндәй булырға тейеш тигән һорауға Гөл ли Мөбәрәк ҡыҙы, ул мотлаҡ рәүештә туған телен белергә тейеш , тип яуапланы.
       - Педагогтар йыш ҡына уларҙы башҡа сифаттар - төҫ - буйға
       ҡарап һайлаусан. Әммә минең уйым буйынса беренсе урында тел
       торорға тейеш, сөнки Башҡорт академия драма театры - милли театр. Әлбиттә, телде белеүҙән тыш актер белемле, күп уҡыған , яҡшы ҡуйылған тауышлы, һомғол һәм матур ҙа булырға тейеш.
       Быйыл студент мәшәҡәттәре Гөлли Арыҫлан ҡыҙын да урап үтм әгән. Уның ейәнсәре Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ин гән. Ә инде буш ваҡытын артистка быйыл Ассыла, Белорет район ында, атаһы - Арыҫлан Әхмәт улының тыуған яғында үткәргән.
       - Мин унда тәнем - йәнем менән ял итәм. Арыҫлан Әхмәт улы ның юбилейына бәйле - уға 90 йәш тулған булыр ине - быйыл су венир китап - альбом сығарырға йыйынабыҙ.
       Әлеге ваҡытта Гөлли Арыҫлан ҡыҙы 15 - 20 сентябрҙә Мәскәү ҙә үтәсәк гастролдәргә йыйына.
       - Оло инәй роле үтә лә яуаплы роль. Өҫтәүенә уны СССР - ҙ ың халыҡ артисткаһы, хөрмәтле Зәйтүнә Бикбулатова башҡарғанд ан һуң минең уйнауымды нисек ҡабул итерҙәр, белмәйем.
       Был гастролдәрҙә уның икенсе ҙур роле Хәбибулла Ибраһимовт ың "Башмағым" музыкаль комедияһында Сәрби.
       - Мәскәү минең өсөн һәр ваҡыт имтихан булып тора. театр ө сөн иһә Мәскәүгә гастролдәр - отчет, театр биләгән кимәлгә б аһа биреү ул.
       - Яңы миҙгелдә театрға ниндәй теләктәрегеҙ бар.
       - Беҙгә бәләкәй сәхнә кәрәк, уны беҙҙән тартып алып Фәйзи
       Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленә бирмәксе булалар. Был бик ҙур хата. Ике йылдан беҙгә "яңы көстәр" - Михаил Щепкин исемендәге юғары театр училищеһын тамамлап йәш режиссерҙарыб ыҙ ҡайтасаҡ. Ә уларға ижад итер, эҙләнер өсөн бәләкәй сәхнә
       һауа кеүек кәрәк.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал