6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Белметкомбинаттың киләсәге яҡты
02.09.04


       Белорет металлургия комбинаты еңеү лаврҙарын йыйыуын да уам итә. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 2002 йылдың март айында ул
       "Мечел" ҡорос төркөмө"нә инде һәм ошо мәлдән үҫеш өсөн яңы этәргес көс алды тип әйтергә була. 2003 йыл эсендә генә лә к омбинатта ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ булды: Белорет станцияһына н Пугачев карьерына тиклем юл яңыртылды, был үҙ сиратында эз биз ташыу күләмен арттырырға мөмкинселек бирҙе. Цехтарҙа ике
       уникаль аппарат эшләй башланы. Бынан тыш үткән йылда предпр иятие 24 төр яңы изделие үҙләштерҙе, етештереү өлкәһендә лә ыңғай яңылыҡтар индерелде, капиталь һалымдар 4,4 тапҡыр, хеҙ мәткәрҙәрҙең эш хаҡы 26 процентҡа артты.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, "Мечел" структураһында комбинатты ң иҡтисады әүҙем үҫешә башланы. Үткән йылдың эш йомғаҡтары б уйынса Белметкомбинат "Волга буйы эшҡыуарлыҡ алдынғыһы" стат усын яулағайны. Быға өҫтәп ул "2003 йылда продукция ( тауар,
       хеҙмәтләндереү) сифаты өлкәһендә Башҡортостан РеспубликаһыП резиденты Премияһы лауреаты" исеменә лә лайыҡ булды. 2003 й ылдың аҙағында "БМК" асыҡ акционерҙар йәмғиәтесифат менән ид ара итеү системаһы ISO 9001 халыҡ - ара стандартына тап кил еүен раҫлаған сертификатҡа эйә булды.
       Ошо көндәрҙә генә Белметкомбинат Башҡортостан предприятие ларының иҡтисади ярышында "Ҡара һәм төҫлө металлургия" номин ацияһында еңеп сыҡты. 27 августа баш ҡалала үткән наградлау
       тантанаһында "БМК" асыҡ акционерҙар йәмғиәте директорҙар Со веты рәйесе Виктор Зюзин БР Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт минист ры Валентин Власов ҡулынан Почет грамотаһы алды.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал