6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Әлфиә Шәрәфетдинова. 01.09.2004 1 Алмалыҡта ауыл туйы
01.09.04


       Ҡырмыҫҡалы районының Алмалыҡ ауылында Президент исеменд әге урам барлыҡҡа килде. Янғын арҡаһында йорт - ҡаралтыларын ан яҙған ғаиләләр өсөн тиҙ арала төҙөлгән яңы урамды шулай т ип атарға ҡарар ителде. Үткән сығарылыштарҙың береһендә "БАШ вестЪ" гәзите Алмалыҡ ауылында бер юлы һигеҙ ике фатирлы йор т янып, 59 кеше - 16 ғаиләнең бер әйберһеҙ тороп ҡалыуы тура һында яҙғайны инде.
       Был бәләгә республика етәкселеге битараф ҡала алманы, әлб иттә: һәр ғаиләгә тәғәйенләп тиҙ арала 16 йорт төҙөү тураһы нда ҡарар ҡабул ителде. Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхи мов был эште үҙ контролдә тотоуҙы үҙ өҫтөнә алды.
       16 йорттан торған яңы урам өс ай эсендә төҙөлдө. Һәм бына
       республика башлығы Алмалыҡҡа башҡарылған эште ҡабул итергә килде. Киң асфальт юл тирәләй иркен верандаһы булған матур й орттар теҙелгән. Һәр ғаиләгә шулай уҡ 20 сутый ер бүленгән, мал - тыуар өсөн һарай бар, электр, газ, һыу үткәрелгән.
       Яңы торлаҡҡа ордерҙы һәр ғаилә вәкиле Президент ҡулынан а лды. Оло ҡунаҡтарҙы бар ауыл менән сығып ҡаршы алдылар.
       - Беҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫтарына ышандыҡ, - тине Ҡырмыҫҡа лы районының хакимиәт башлығы Хәмзә Әхмәтов. - Янғындан зыян
       күреүселәргә күрһәткән ярҙамдары өсөн барыһына ла ҙур рәхмә т.

Социаль яҡлау
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал