6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Йәш сценографтар ижади эҙләнеүҙәр юлында
01.09.04


       Өфөнөң актерҙар йортонда үткәрелгән "Неоновый рыцарь" т ип аталған күргәҙмә ике йәш сценограф, Өфө дәүләт сәнғәт ака демияһы сығарылыусылары Рәсил Кинйәбаев һәм Глеб Соловьевтың
       театр декорациялары эскиздары проекты ул.
       - Экспозиция исеме беҙҙең ауыр рок яратыуыбыҙҙан килеп сыҡ ты. Ә үҙебеҙҙең репертуар ярайһы уҡ классик стилдә: "Пиковая
       дама", "Лебединое озеро", "Фауст"...
       Нимә әйтәһең инде, сценограф булыу еңел һөнәр түгел, уның
       ҡарауы ижади эш.
       - Күреүегеҙсә, Рәсил классикаға яҡыныраҡ ижад итә, ә миң ә авангард стиль оҡшай, - тип аңлата Глеб. - Хәйер, беҙҙең у ртаҡ һыҙаттарыбыҙ ҙа етерлек.
       Мин уның менән ризалашам. Яңы башланып торған ижади биогр афиялары ла әлегә бер - береһенә оҡшаш уларҙың.
       Мәҫәлән, Рәсил Кинйәбаев 1974 йылда Көйөргәҙе районының Я ҡшембәт ауылында тыуып, мәктәпте тамамлағандан һуң тыуған ко лхозында слесарь булып эшләй. Әммә тиҙҙән Өфөгә килеп сәнғәт
       училищеһына сценорграфия һөнәре буйынса уҡырға инә. Рәсилдә н алты йәшкә кесерәк булған Глеб Соловьев менән бергә уҡыйҙа р. Училищены тамамлағандан һуң егеттәр уҡыуҙарын сәнғәт инс титутында дауам итә. Бөгөн улар сәнғәт академияһында диплом
       өҫтөндә эшләйҙәр.
       Февраль - март айҙарында Рәсил менән Глеб республика үткә релгән йәш сценографтарҙың "Ҡолонсаҡ" тип исемләнгән конкурс ында ҡатнаша. Глеб Соловьев унда икенсе премияға лайыҡ була.
       2001 йылдың июнь айында "Белая река" дуҫтар йәштәр күргәҙмә һендә ҡатнаша.2003 йылдың декабрь айында йәш сценографтарҙың
       исеме Өфөнөң Үҙәк кюргәҙәм залында пәйҙа була: улар йәш рәс самдарҙың ҡаҙаныш күргәҙмәһендә ҡатнаша. Бер һүҙ менән әйткә ндә, егеттәр әлегә ижади эҙләнеүҙәр юлында. Уларға уңыш юлда ш булһын.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал