6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Проекттар

Палдискиға тиклем велосипедтарҙа
31.08.04


       Кешеләрҙе ике категорияға айырам мин - тыныс, бер юҫыҡ та йәшәргә яратыусылар һәм яңы тойғоларға, адреналинға мохта ждар. Велосипедҡа атланып Эстонияның Палдиски ҡалаһына юл т отҡан ағалы - ҡустылы Хәйҙәр һәм Айҙар Ғабдуллиндарҙы икенсе ләр иҫәбенә индерергә мөмкиндер, моғайын. Билдәле булыуынса,
       был ҡалала милли геройыбыҙ Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылған ( был турала беҙ яҙғайныҡ инде).
       Әле студент сағында уҡ Айҙар ( бөгөн ул Саҡмағош районы А блай ауыл хакимиәте башлығы) велосипед спорты менән мауыға һ әм 80 - се йылдарҙа бер үҙе сәйәхәткә сығып китеп, Ҡара диңг еҙ, Белоруссия, Литва, Латвия, Эстония, Санкт - Петербург, М әскәүҙә була. Палдискиҙа ул ваҡытта һыу аҫты кәмәләре базаһы
       урынлашҡан, йәғни сәйәхәтселәр өсөн ябыҡ зона була, шуға кү рә Айҙар был ҡалаға эләгә алмай. Әммә Салауат Юлаевтың һуңғы
       йылдары үткән ҡалаға барыу теләге кәмемәй һәм бына күп йылд ар үткәс тормошҡа аша.
       Оҙаҡ ҡына уйланғандан һуң Айҙарҙың идеяһын оло ағаһы хупл ап сыға. 28 майҙа берҙәм компания - уларға тағы 15 йәшлек Ар тур ( Айҙарҙың улы), 22 йәшлек Айгиз өҫтәлә(Ғабдуллиндарҙың
       иң оло ағаһы Мөбәрәктең улы) - хыял артынан юлға сыға.
       - Барлыҡ дуҫтарыбыҙ һәм туғандарыбыҙ беҙҙең яҡлы булды, -
       тип һөйләй Хәйҙәр, - "Агрозащита" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте
       етәксеһе Фәрит Булатов, Саҡмағош район хакимиәте башлығы Ри ф Арыҫланов һәм башҡалар ҙур ярҙам күрһәтте. "Ағиҙел" татар - башҡорт үҙәге етәксеһе Луиза Хәйруллинаға оло рәхмәтемде б елдергем килә. Ул беҙгә визалар менән ярҙам итте һәм Таллинд а бик йылы ҡаршылау ойошторҙо.
       - Эстония һеҙҙе нисек ҡаршы алды
       - Был мәҙәниәт һәм цивилизация иле. Шуныһы ҡыҙыҡ, Таллинд а ла, Палдискиҙа ла беҙ бер полицейский ҙа күрмәнек. Палдиск и - ҙур ҡала түгел, унда 6500 кеше йәшәй. Салауат Юлаевҡа ҙу р хөрмәт менән ҡарайҙар. "Был кемдең һәйкәле" - тип һораһа ң, уларҙың һәр береһе "Был беҙҙең Салауат", - тип яуаплай.
       - Шул тиклем оҙон юл үтеп ҡуйылған маҡсатығыҙға ирештегеҙ ме һуң
       - Әлбиттә. Беренсенән, беҙ Салауат Юлаев тураһында бик кү п яңы мәғлүмәт алдыҡ. Икенсенән, мин үҙемдең 45 йәшемдә лә с әйәхәткә сыға алыуымды аңланым. Икенсе йыл беҙ велосипедтарҙ а Ҡазандың мең йыллығына барырға план ҡорабыҙ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал