6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Геннадий Батанов республикала барған пенсия реформаһынан ҡән әғәт
30.08.04


       "Пенсия системаһын реформалаштырыу буйынса Башҡортостан
       Республикаһы илдең башҡа төбәктәренән алда бара", - тип бел дерҙе Рәсәй Пенсия фонды идаралығы рәйесе Геннадий Батанов Ө фөгә эш сәфәре ваҡытында.
       Әлеге вазифаһына Геннадий Батанов биш ай элек тәғәйенләнг ән һәм был ваҡыт эсендә урындарҙа пенсия реформаһы барышы м енән танышыу маҡсатында Рәсәй Федерацияһының бер нисә субъек тында булып та өлгөргән. "Бында күргәндәрем миңә бик оҡшаны" , - тине Батанов журналистар менән осрашыу ваҡытында.
       Беренсенән, ул республикала клиенттарҙы хеҙмәтләндереү яҡ шы ойошторолоуын билдәләне. Әгәр элек кеше Пенсия фонды орга ндарына мөрәжәғәт итһә, кабинеттар буйлап йүгерекләргә, сира ттарҙа торорға мәжбүр ине, бөгөн уны бер нисә минут эсендә кәрәкле мәғлүмәт менән тәьмин итәләр.
       Икенсенән, бөгөн төбәктә халыҡҡа "электрон мәғлүмәт биреү " булдырылған. Был проект Пенсия фонды органдары һәм "УралСи б" банкының хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә мөмкин булды: хәҙер п ластик карта эйәһе үҙенең пенсия капиталы тураһындағы мәғлүм әт менән банкоматта таныша ала. Бөгөн был ҡоролмаларҙы предп риятиеларҙа урынлаштырыу тураһында һүҙ алып барыла. Юҡһа пен сияларҙың тупланма өлөшө йыйылып килгән 44 миллион кешегә по чта аша хаттар ебәреү бик ҡыйынға төшә.
       Бөгөн ил бйынса пенсия фонды бүлексәләрендә 100 меңдән ар тыҡ кеше эшләй. Улар пенсия түләү менән генә шөғөлләнмәй, эш ләүселәрҙең шәхси туплама иҫәптәрен дә алып бара.
       Билдәле булыуынса, 2005 йылдан социаль льготалар аҡсалата
       компенсацияларға алмашынасаҡ. Ай һайын был түләүҙәрҙе алырғ а хоҡуҡлы булғандарҙы билдәләү, уларҙың регистрын төҙөү пенс ия системаһын реформалаштырыуҙың мөһим бурыстарының береһе б улып тора. РФ Пенсия фондының республика бүлексәһендә 1,23 м иллион пенсионер тураһында мәғлүмәт йыйылған. Уларҙың 200 ме ңдән артығы аҡсалата компенсацияға өмөт итә ала.
       Пенсия аҡсаһының үҙенә килгәндә, үткән йыл уға өс тапҡыр индексация үткәрелгән. Республика буйынса уның уртаса күләме
       1347 - нән 1617 һумға ҡәҙәр артҡан. Хеҙмәт пенсиялары 1447 һумдан 1747 һумға еткән. Быйыл да һиҙелерлек үҙгәрештәр бар.
       1 апрелдән хҙмәт пенсияларының төп һәм страховка өлөшө яңын ан иҫәпләнде. Август башынан хеҙмәт пенсияһының страховак өл өшө индексацияланды. Әлеге ваҡытта үткән йыл эшләгән пенсион ерҙарҙың хеҙмәт пенсияларының страховка өлөшөн яңынан иҫәплә ү бара.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал