6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Дин

Секталар: проблема кәмемәй
30.08.04


       Хоҡуҡ һаҡлау органдары ялған миссионерҙар менән арымай - талмай көрәш алып барыуҙарына ҡарамаҫтан, ғәҙәти булмаған культтарҙан зыян күреүселәр һаны кәмергә уйламай. Сәбәптәрҙе ң береһе булып был өлкәләге "эшмәкәрлек " өсөн яуапҡа тартты рырлыҡ закон булмауы тора. Бына миссионерҙар үҙ "ҡотҡарыу пр инциптары" менән кешеләрҙең күңеленә үтеп инә лә инде. Ысыны нда иһә уларҙың төп маҡсаты - "клиенттарынан" мөмкин тиклем күберәк аҡса һурыу.
       Үҙ ваҡытында Рон Хаббард яҙыусы - фантасттар конгресында
       "Бер һүҙенә бер цент түләнгән китап яҙыуы алйотлоҡ. Миллион
       эшләгең килә икән - үҙеңә дин уйлап тап", - ти. Тиҙҙән ул " саентология"ға нигеҙ ҙә һала ( фән тураһында фән). Был эшҡыу арлыҡ төрөндә ниндәй сумма тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин ти һегеҙме Үҙегеҙ иҫәпләгеҙ.
       Билдәле булыуынса, март башында республиканың Юғары суды "Центр "Дианетика РБ" (саентология) йәмәғәт ойошмаһының эшмә кәрлеген тыйғайны, Рәсәй Юғары суды хөкөмдө үҙгәрешһеҙ ҡалд ырҙы. Был үҙәк барлыҡ теләүселәргә тормошон яҡшыртыу маҡсаты нда түләүһеҙ курстар үтергә тәҡдим итә ине. Бушлай курстар к әмендә 100 у.е. тора. Ошо аҡсаға һеҙ тормош ауырлыҡтарына ҡа ршы торорға өйрәнәсәкһегеҙ, йәнәһе...
       Мормондар. Өфөлә, Тюлькин бульварында уларҙың сиркәүе бар . Үҙ ваҡытында уны төҙөү 2,5 миллион долларға төшкән. Был ти клем аҡса ҡайҙан килә һуң Барыһы ла бик ябай: һәр мормон үҙ
       килеменең унынсы өлөшөн "ҡаҙнаға" тапшырырға тейеш. Был ғын а ла түгел, мормондар раҫлауынса, был өлөш Алланыҡы, ә инде хәйер бирергә теләйһең икән, әйтелгән аҡсанан тыш сығарырға кәрәк буласаҡ. Ҡайһы бер сығанаҡтар әйтеүенсә, мормондар кил еменең 27 процентын "хәйергә" тарата.
       Бәғзе "ҡотҡарыусылар" үҙ клиенттарын милектәрен һатырға һ әм аҡсаһын дөйөм ҡаҙнаға бирергә мәжбүр итә.
       Беҙ төрлө ғәҙәти булмаған дин һәм культтарҙан зыян күреүс еләргә ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнгән "Өмөт" тип аталған йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ася Сабитова менән осраштыҡ. Уға йыш
       ҡына балалары секта тәьҫиренә бирелгән балаларҙың ата - әсә ләре мөрәжәғәт итә. Бына бер миҫал.
       1996 йылдың йәйендә Маша техникум тамамлай һәм уҡыуҙан ял
       итә. Ошо осорҙа төшөрөлгән фотонан миңә асыҡ йөҙлө, күҙҙәре
       донъяға ҡыҙыҡһынып баҡҡан матур ҡыҙ бала ҡарай.
       Йәй көнө Машаның әсәһе Рәйсә Владимировна эш буйынса бер айға икенсе ҡалаға китә. Был ваҡыт ҡыҙға башы менән икенсе д онъяға сумырға етә.
       Рәйсә Владимировна һөйләй:
       - Ҡыҙыбыҙҙы аҡты - аҡ, ҡараны - ҡара тип айыра белергә өй рәттек. Шуға күрәлер ҙә ул асыҡ, изге күңелле булып үҫте. Ҡу стыһы менән уйнарға ярата ине. Өйҙә лә ярҙамсым булды. Был ю лы ҡайтһам, ҡыҙым әллә ниндәй: күҙҙәре яна, хәрәкәттәре аңла йышһыҙ... Кис һайын өйҙән сығып китә. "Ҡайҙа киттең" - тип һорайым. "Әсәй, һин борсолма, беҙҙең үҙ компаниябыҙ бар. Унд а бары тик студенттар ғына . Эсмәйҙәр, тартмайҙар, барыһы ла
       гитарала уйнай".
       Һуңынан аңлауымса, мундарға эләккән ҡыҙым. Улар бер фатир ҙа йыйыла икән. Ошонда уҡ кемдең көн дә күпме аҡса эшләүе яҙ ылған дәфтәр ҙә һаҡланған. Үҙҙәренең планы ла бар. Әгәр тейе шле норма үтәлмәһә, үҙ - үҙеңде язаға тарттырырға кәрәк: һал ҡын һыу менән ҡойонорға, ашамаҫҡа, эсмәҫкә, иртәгә норманы и келәтә үтәргә.
       Артабан Маша үҙенең ғаилә ағзаларын был күнекмәләргә бары рға өгөтләй башлай. Бер тапҡыр ҡустыһын алып бара, әммә уныһ ы ысҡынып ҡаса.
       - Ҡыҙымдан был мауығыуын ҡалдырыуын талап итә башлағандан
       һуң ғаиләлә мөнәсәбәттәр насарайҙы. Маша минән был күнекмәл әргә йөрөргә рөхсәт иткән "расписка" яҙыуымды һорай. Мин риз алашманым, әлбиттә. Өгөтләүҙәргә уның "коллегалары" ла ҡушыл ды. Ниндәйҙер кешеләр өйгә килеп, минең ни өсөн ҡаршы тороуы мды асыҡларға маташтылар, йәнәһе, күнекмәләрҙә бер алама әйб ер ҙә юҡ. "Беҙ ҡыҙығыҙға яҡшы кейәү ҙә табып бирербеҙ". Ә ин де расписка бер - бер хәл була ҡалһа мин уларҙы судҡа бирә алмаһын өсөн кәрәк.
       Артабан беҙҙе тағы ла ҡурҡынысыраҡ хәлдәр көтә ине. Машағ а был сектала нимә һөйләгәндәрҙер инде уға, әммә ул ир - ат ты күрә алмай башланы. Өйҙә "инә бесәй тоторға ярай, ата бес әйҙе - ярамай"ға тиклем барып етте. Күнекмәләрҙән шат йөҙ м енән ҡайта, әммә атаһын йә ҡустыһын күрһә, шунда уҡ йөҙө үҙг әрә. Бер тапҡыр яратҡан ҡустыһына йоҙроҡтары менән дә ташлан ды.
       Машаның "коллегалары" уның әсәһе был эште шул көйө ҡалдыр маҫын аңлағас, ҡыҙға яңы "аңлатыу эштәре" үткәрә башлай: йән әһе, ата - әсәһе уны яратмай, ҡустыһына күберәк иғтибар бүлә . Ғөмүмән, ата - әсәләр балаларға матди ярҙам ғына күрһәтерг ә тейеш, ошоноң менән уларҙың тәрбиә эше тамамлана.
       Әммә Рәйсә Владимировна ҡул һелтәп ҡуймай. Бер нисә айҙан әсәһенең тыуған көнөнә бүләк рәүешендә ҡыҙ "Өмөт" ойошмаһына
       барырға ризалыҡ белдерә. Был нормаль тормошҡа ҡайтыуға тәүг е аҙым була.
       Атаһы ҡыҙында булған үҙгәрештәрҙе аңламай. Таныштары Маша ны аҡылдан яҙған тип һанай башлай. Бары тик Ася Сабитова мен ән ҡыҙҙың әсәһе генә бәләнең асылы ҡайҙан килгәнен белә.
       Нисек кенә булмаһын, һөҙөмтәлә әсә еңеүгә өлгәшә, ҡыҙын м ундарҙан тартып ала. Был көрәштә Өфөләге психиатрик дауахана , Сербский исемендәге институт, Стәрлетамаҡ ҡатын - ҡыҙҙар м онастыре һәм отец Дмитрий ҙа үҙ ролен уйнай.
       Бөгөн Рәйсә Владимировнаның ҡыҙы ғәҙәти тормошҡа ҡайтҡан,
       тормош иптәше менән ҡыҙ үҫтерәләр.
       - 1997 йылдан башлап, - тип һөйләй Өфө психик һаулыҡ үҙәг енең баш врачы Юрий Анохин, - медиктарҙың ҡулдары аша төрлө дини ойошмаларҙа торған 21 кеше үтте.
       Психик яҡтан һау булып та нисек ошондай миссионерҙарға ыш анырға, үҙ теләгең менән туғандарыңдан баш тартырға мөмкин һ уң Материал өҫтөндә эшләгәндә мине ошо һорау борсоно. Быға яуапты Юрий Александрович Анохин бирҙе:
       - Беҙҙең һәр беребеҙ үҙ тормошонда ҡатмарлы осраҡта ҡалға ны, стресс йә депрессия кисергәне бар. Бына ошо ваҡытта "рух и уҡытыусыларға" эләгеү ҡурҡынысы тыуа ла инде. Ваҡиғаларҙың
       нисегерәк үҫешергә ихтималлығы түбәндәге миҫалда күренә. Б ына һеҙ этегеҙ менән урам буйында йөрөйһөгөҙ. Эргәгеҙгә нинд әйҙер ҡатын - ҡыҙ килә һәм эттәр тураһында һүҙ башлай. һеҙ б ер ниндәй ҙә хәүеф тоймайһығыҙ. Һүҙ яйлап ҡына шәхси проблем аларға күсә. Стрестан нисек ҡотолоу йәки ғаиләне нисегерәк һ аҡлап ҡалыу хаҡында журнал да бүләк итеүҙәре ихтимал. Артаба н улар һеҙгә йышыраҡ осрай башлаясаҡ һәм үҙҙәре йөрөгән "клу бҡа" саҡырысаҡ. Унда күмәкләп проблемаларҙан сығыу юлын табы рға мөмкин, йәнәһе. Шулай, үҙегеҙ ҙә һиҙмәйенсә, ниндәйҙер т әғлимттең ҡолона әйләнәһегеҙ.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда эләгеүе ысҡыныуға ҡарағанда күпкә еңелерәк. Тулы ҡанлы тормошҡа ҡабат әйләнеп ҡайтыу өсөн бер йыл буйы психиатр менән тығыҙ бәйләнешәт эшләргә тура киләсә к.

Рита Некрасова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал