6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Үҫтергәнде һаҡлап ҡалыу мөһим
27.08.04


       Икмәк үҫтереү эше бик ауыр, әлбиттә. Әммә сәсеү, урыу, бураларға һалыу ҙа илде икмәк менән тулыһынса тәьмин итеүҙе аңлатмай. Үҫтерелгән игенде һаҡларға кәрәк. Шуға күрә респуб ликаның Эске эштәр министрлығы көстәре менән йыл да ураҡ ваҡ ытында "Уңыш" операцияһы уҙғарыла.
       Ошо көндәрҙә Республика йортонда үткән селектор кәңәшмәһ ендә акцияның икенсе этабына йомғаҡтар яһалды. Был турала БР
       Эске эштәр министры Рафаил Диваев һөйләне.
       Бер аҙна эсендә 17 иген урлау факты асыҡланған. Енәйәтсел әрҙән һигеҙ тонна яңы уңыш продукцияһы кире ҡайтарылған. Тәү лек эсендә биш тапҡыр игенгә ҡул һуҙыу осрағы билдәләнгән. Б ыл хәл Әлшәй, Бүздәк, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райо ндарында булған.
       Был йәһәттән бик күп миҫалдар килтерергә була. Әлшәй райо нында, мәҫәлән, "Красный клин" хужалығы комбайнсыһы Ғәлиәхмә тов арпа урла тотолған. Уның шәхси хужалығында 1,7 тонна иге н табылған һәм хужалыҡҡа кире ҡайтарылған. Селектор кәңәшмәһ ендә әйтелеүенсә, урып - йыйыу кампанияһы башланғандан алып асыҡланған бындай енәйәттәр һаны 36 - ға барып еткән. Яңы уң ыш игененән тыш запас частәр, яғыулыҡ - майлау материалдарын а ҡул һуҙыу осраҡтары ла бар.
       Водитель, комбайнерҙар бер хәл. Намыҫтары таҙа булмаған х ужалыҡ етәкселәре лә осрауы икеләтә борсоуға һала. Бында инд е иҫәп центнер йә тоннаға ғына түгел, йөҙәр тонналап бара. О шондай хәл, әйтәйек, Ергән машина - технология станцияһынд а булған. Ырҙын табағы етәкселәре үҙҙәренең тотҡан урынынан файҙаланып 420 тонна иген урлаған.
       Операция дауам итә.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал