6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Һатлыҡ ҡусты
25.08.04


       "Апайым машинаға аҡса йыя. Инде ике йөҙ мең булғандыр инде", - тип маҡтана Ҡырмыҫҡалы районының бер йәш егете иптә штәре алдында. Бер нисә көндән уның туғаны, Ҡырмыҫҡалы район ы судьяһы Римма Хисамоваға һөжүм яһала.
       ... Ауыҙында һүҙ ятмаған егеттең хәбәре быға тиклем дә н амыҫ таҙалығы менән дан тотмаған Б. - ны бик ныҡ ҡыҙыҡһындыр а. Ҡырмыҫҡалы районының эске эштәр бүлеге хеҙмәкәрҙәре фекер енсә, уның "бригадаһы" күптән "эшкә"әҙер була инде.
       Тимәк, адрес билдәле, ролдәр таратып бирелә, һәм 2003 йыл дың 27 декабрендә улар Киров урамында Хисамова йәшәгән дөйөм
       ятаҡҡа киләләр. Хужабикәнең "Кем унда" тигән һорауына "Асы ғыҙ, мин ҡустығыҙҙы алып килдем, ул артығыраҡ эсеп ташлаған" , - тип яуаплай енәйәтселәрҙең береһе. Ҡатын ишекте асып та өлгөрә, уны башына һуғып ҡолаталар. Биттәрен маска менән ҡап лаған, бысаҡ менән ҡоралланған өс ир ҡатынды бәйләп һала һәм
       аяғына бысаҡ менән сәнсеп, аҡса таптыра башлай. Икеһе судья нан һорау алған ваҡытта өсөнсөһө фатирҙың аҫтын - өҫкә килте рә. Һөҙөмтәлә бандиттар ҡулына туғыҙ мең ярым һум - өмөтлән гәндән күпкә аҙыраҡ - эләгә, әҙәм аҡтыҡтары бер нисә алтын б иҙәүесте лә кеҫәһенә һалып алырға онотмай.
       Яралы ҡатынды күршеһе таба. Ул фатирҙан ниндәйҙер шикле и рҙәр сыҡҡанын күрә, өҫтәүенә ишек тә асыҡ ҡалған була.
       Ҡырмыҫҡалы оперативниктарына енәйәтселәрҙе эҙләп табыуы ҡ ыйынға тура килмәй. Бер нисә тәүлектән улар барыһы ла ҡулға алына.
       Енәйәт эшен алып барыу күрше Архангель районына тапшырыла . Һәм бына ошо көндәрҙә судья Сергей Курков хөкөм менән таны штырҙы: Б. туғыҙ йылға, уның "дуҫтарының" береһе - һигеҙ, та ғы икәүһе - етешәр йылға иректәренән мәхрүм ителә.
       Әммә хөкөм үҙ көсөнә инмәгән әле. Ғәйепләнеүселәр язаны й омшартыу маҡсатында Юғары судҡа мөрәжәғәт итмәксе.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал