6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хайуандар донъяһында

Секреттың айыуға ҡаршы сыҡҡаны тураһында
19.08.04


       Ғәжәп йән эйәләре был хайуандар. Ҡайһы ваҡыт улар аптыр ата, һоҡландыра, выждан ғазабы кисерергә мәжбүр иткәндәре лә
       бар. Дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ беҙгә ярҙам йөҙөнән үҙҙәрен ҡорб ан итеү осраҡтары ла булғылай. Ошондай бер ваҡиға тураһында һөйләргә теләйем...
       Ейәнсура районының "Ҡарғалы" совхозы ерҙәренән алыҫ түгел , "Глинка" тип аталған ерҙә шәмбе көнө кис була был хәл. "Ҡа рғалы" совхозының йөҙләп аты бесән утлай. Барыһы ла тыныс ке үек. Әммә бер ваҡыт яҡындағы урмандан айыу килеп сыға һәм кө төүгә ташлана. Ике көтөүсе табан ялтырата. Уларҙы аңларға ла
       була инде: ҡоралһыҙ көйө айыуға ҡаршы сығып булмай.
       Шул ваҡыт көтөүселәргә аттарҙы көтөүҙә тоторға ярҙам итеү се Секрет ҡушаматлы айғыр алға һикереп сыға һәм айыу өҫтөнә ташлана. Тайыш аяҡ Секретты эләктереп ала. Айғыр бар көсөнә урман хужаһына тибә һәм ул иҫенә килгәнсе көтөүҙе хәүефһеҙер әк урынға алып бара һәм тағы айыу өҫтөнә ташлана. Көрәш оҙаҡ
       бара. Һөҙөмтәлә Секрет ныҡ яралана, айыуға ла еңел тура кил мәй, ул урманға инеп ҡаса, көтөү ҡотҡарыла, ә ҡанһыраған Сек рет тиҙҙән күҙҙәрен мәңгелеккә йома.
       Өфө дәүләт ат заводы директоры Шамил Рәхмәтуллин һөйләүен сә, бындай хәлдәр бик һирәк осрай. Уның фекеренсә, Секреттың
       ҡыйыулығы башлыса уның башҡорт аты тоҡомонан булыуында. Ула р башҡа тоҡомдар менән сағыштырғанда бик түҙем, аҡыллы, көтө үен бик ныҡ һаҡлайҙар һәм ситтәрҙе үҙҙәренә яҡын ебәрмәйҙәр.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал