6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Шаранда швейцар кәзәләр йәшәй
24.08.04


       Шаран яландарында бөгөн ап - аҡ швейцар кәзәләрен күрерг ә була. Уларҙың хужаһы - Сәмиғуллиндар ғаиләһе. Бер йыл элек
       Илгиз менән Рәмилә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә һәм һөтлө кәзәләр һатып алып, ҡымыҙ етештерергә була. Ҡарар
       ҡабул итеү еңелдәрҙән булмай, әлбиттә. Рәмилә һөнәре буйынс а уҡытыусы, ә Илгиз - инженер. Өйрәнелгән тормошто ташлап, я ңы мәшәҡәттәргә тотоноу ауырға тура килә.
       Аҡ көтөүҙе Илгиз Ставрополдән алып ҡайта. Швейцарияла үрс етелгән заанен тоҡомло кәзәләр файҙалы һөтө менән дан тота.
       Бөгөн Сәмиғуллиндарҙың ғаилә предприятиеһы киңәйә бара. У нда хәҙер көтөүсе, һауынсы һәм һауыт - һаба йыуыусы өҫтәлгән , бынан тыш ҡыҙҙары Илиза менән Лениза ла ярҙамлаша.
       - Беҙ ҡыҙыҡлы эш менән мәшғүлбеҙ, - ти Рәмилә. - Һәм кеше ләр өсөн бик файҙалы ла һөнәребеҙ. Кәзә һөтөнән етештерелгән
       ҡымыҙ кеше организмына аптырарлыҡ тәьҫир итә. Көнөнә бер ст акан ҡымыҙ, һәм бер ҙә һалҡын теймәйәсәк.
       Кәзәкәйҙәр бик иркә, кешене яраталар һәм бер ҙә ҡурҡмайҙа р. Тәү ҡарашҡа бер - береһенән айырылмаған кеүек булһалар ҙа , уларҙың һәр береһенең үҙ холҡо, ғәҙәттәре һәм ҡушаматтары
       бар. Бәләкәс ҡыҙ уларға эстрада йондоҙҙарының исемен бирә -
       Жасмин, Алһыу, Валерия, Земфира...Таланттары ла етерлек кәз әләрҙең.
       _ Ә уларҙың ниндәй аҡыллы икәнлеген белһәгеҙ! - тип һоҡла на Илгиз. - Тәүге көндө үк беҙ уларҙы яланға сығарып ебәрҙек . Кисен ҡараһаҡ - береһе юҡ. Төнөн үҙе юл табып әйләнеп ҡайт ты!
       Ленизаның яратҡан кәзәһенең исеме Золушка. Ҡыш көнө ныҡ ҡ ына йәрәхәтләнеп өйҙә торғас, ул бесәй кеүек бөтөнләй ҡулға өйрәнеп бөткән икән.
       Илгиз кәзәләргә аҙыҡ әҙерләгән арала Рәмилә ҡыҙҙары менән
       әҙер ҡымыҙҙы шешәләргә тултырып, этикетка йәбештерәләр. Сәм иғуллиндар был эсемлекте боронғо рецептар буйынса әҙерләй, һ өҙөмтәлә уның барлыҡ шифалы сифаттары һаҡлана һәм тәмле лә б ула.
       Ғөмүмән, ҡымыҙҙың дауалау мөмкинлектәре борондан билдәле.
       Ауырыуҙарҙан да һаҡалй ул, иммунитетты ла нығыта. Ә инде кә зә һөтөнән әҙерләнгән ҡымыҙ ике тапҡыр файҙалыраҡ.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мөғжизәле эсемлекте әлегә Өфө магаз игдарында табып булмай. Сәмиғуллиндарҙың етештереү һәләте -
       көнөнә 200 шешә. Ә инде даими клиенттар бынан да күберәк. Ҡ ымыҙ артынан райондың бар төбәктәренән дә киләләр. Ә инде Ба шҡортостандың баш ҡалаһына бары тик махсус заказ буйынса ғын а килтерәләр.

Екатерина Волкова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал