6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // хеҙмәтләндереү

"Макдоналдс": тарих дауам итә
26.08.04


       Макдональдс тип исемләнгән тиҙ туҡланыу индустрияһы тар ихына ярты быуат элек Дик һәм Мак Макдоналдтар башланғыс һал ған. Үткән быуаттың 40 - сы йылдарында улар үҙҙәренең Калифо рниялағы ресторан менюһын ике тапҡыр ҡыҫҡартып, ҙур булмаға н үҙгәреш индерергә ҡарар итә. Яңыртылған менюла гамбургер, чизбургер, өс төрлө эсемлек, һөт, кофе, картуф чипсалары һәм
       бәлештәр генә ҡала. Артабан уға фри - картуфы һәм һөт кокте йлдәре өҫтәлә.
       Ағалы - энеле хужа һәр нәмәне бар нескәлектәренә ҡәҙәр ен текләп әҙерләй. Һәм 1948 йылдың аҙағында Макдоналдтарҙың яң ы рестораны асыла. 50 - се йылдар уртаһына уларҙың гамбургер ҙар әерләү буйынса ҙур булмаған фабрикаһы йылына 350 мең дол лар килтерә башлай. Ағай - эне клиенттың теләген тиҙ төшөнә.
       Яңы туҡландырыу төрө Америка буйлап тиҙ арала тарала һәм ош ондай уҡ ресторан асырға теләүселәр һаны арта.
       "Макдоналдс" компанияһына килгәндә инде, уға һөт коктейлд әре әҙерләү аппараттарын һатыу буйынса коммивояжер Рей Крок нигеҙ һала. Ул Чикаго урамдары буйлап ҡағыҙ стакандар һатыуҙ ан башлай, Флоридала риэлтор булып та эшләй.
       Крок менән Макдоналдстар бер - береһен тиҙ төшөнә. Һуңғыл ары үҙ эштәрен контролдә тотоуҙы Рейға ышанып тапшыра. 1955 йылдың икенсе мартында Крок "Макдоналдс Систем, Инк" тип ата лған яңы франчайзинг компанияһын, ай ярымдан Иллинойс штатын да "Макдоналдс" ресторанын аса.
       1956 йыл аҙағына "Макдоналдс" селтәрендә 14 ресторан була , уларҙың тауар әйләнеше 1,2 миллион доллар тәшкил итә. Йылы на 50 миллионға яҡын гамбургер һатыла. Дүрт йылдан инде рест орандар һаны 228 - гә тула.
       1970 йылға компанияның тауар әйләнеше 587 миллион доллар тәшкил итә, 16 мең ресторан халыҡты хеҙмәтләндерә. Бер һүҙ менән әйткәндә, "Макдоналдс" донъяны яулап ала башлай.
       Үтән аҙнала компания Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларынд а эшләүсе хәбәрселәр өсөн Мәкәүгә матбуғат туры ойошторҙо. Б ыға сәбәп булып Өфөлә лә был компанияның ике рестораны асылы уы тора.

24.08.2004
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал