6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Әнфәс Нуретдинов - Благовещен ҡалаһы һәм районындағы тормош тураһында
24.08.04


       "Башинформ" агентлығында республиканың ҡала һәм район х акимиәт башлыҡтары ҡатнашлығында матбуғат конференциялары үт ә башланы. Беренсе конференцияның төп геройы булып Благовещ ен ҡалаһы һәм районының хакимиәт башлығы Әнфәс Нуретдинов сы ғыш яһап, журналистарҙы үҙ территорияһында социаль - иҡтисад и хәл менән таныштырҙы.
       Благовещендың тарихы 1756 йылдан башлана. Бөгөн бында 33 мең, район халҡы менән бергә 50 меңгә яҡын кеше йәшәй.
       Благовещенды Башҡортостандың баш ҡалаһынан 40 километр ара
       айырып тора. Ҡалала электроэнергетика, машина төҙөү, металл
       һәм ағас эшкәртеү, төҙөлөш, полиграфия һәм аҙыҡ - түлек сән әғәте яҡшы үҫешкән.
       Сәнәғәт продукцияһы күләменең 75 проценты "Благовещен арм атура заводына" тура килә. Предприятие иң алдынғы торба үткә реү арматураһы етештереүселәр иҫәбенә инә. Уға заказ биреүсе ләр араһында "Лукойл", "Башнефтехимзаводы", "Сургутнефтегаз"
       кеүек нефть табыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән гиганттар бар.
       Ошо көндәрҙә Благовещенда республиканың иң ҙур проекттары ның береһе - "Полиэф" химия комплексын төҙөү бара. Иң ҙур ин вестициялар күләме лә уға тура килә. "Предприятиены сафҡа та пшырғас, ике йылдан һуң ул үҙен аҡлай башлаясаҡ, - тине Әнфә с Нуретдинов, -"Полиэф" эш башлау мегән Благовещендың ғына т үгел, тотош республиканың да сәнәғәт потенциалы артасаҡ".
       Ҡалала эшҡыуарлыҡ йылдам үҫешә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың 749
       субъекты төҙөлөш, ағас эшкәртеү, торлаҡ - коммуналь хужалыҡ , халыҡты хеҙмәтләндереү, аҙыҡ - түлек сәнәғәте кеүек өлкәлә
       мәшғүл. "Эколес", "Благовещенский пластик", "Маяҡ"һымаҡ пре дприятиеларҙың продукцияһы райондан ситтә лә ҙур һорау менән
       файҙалана. Килемһеҙ эшләгән муниципаль магазиндарҙың барыһы
       ла тип әйтерлек шәхси эшҡыуарҙар ҡулына тапшырылған.
       Бөгөнгө көнгә ҡала һәм район халҡының 15 процент тирәһе ш әхси секторҙа мәшғүл. Быйылғы йылдың ете айында ғына бәләкәй
       эшҡыуарлыҡ субъекттары иҫәбенә 450 эш урыны булдырылған. Ән фәс Нуретдинов әйтеүенсә, яҡын арала ауыл хужалығы техникаһы
       етештереү һәм кирбес заводы төҙөү планлаштырыла. Был үҙ сир атында тағы 350 кешене эш урыны менән тәьмин итергә мөмкинсе лек бирәсәк.
       Агросәнәғәт комплексы составында 14 предприятие һәм 19 кр әҫтиән - фермер хужалығы бар. Район башлыса иген һәм ҡуҙаҡлы
       культуралар үҫтереүгә, малсылыҡта - эре мал һәм ҡош - ҡорт үрсетеүгә яраҡлаша. Комплекстың төп проблемаларының береһе -
       белгестәр етешмәүендә. Районда шулай уҡ табибтар, төҙөлөш э шселәре дефициты һиҙелә, яҡын арала педагогтар етмәү хәүефе лә барлыҡҡа килеүе ихтимал. "Йәштәр райондан китә", - тине Ә нфәс Нуретдинов.
       Благовещенда белем биреү системаһы юлға һалынған. Районда
       республиканың иң боронғо уҡыу йорттарының береһе - Благовещ ен педагогия колледжы эшләп килә. Сәнәғәт - гуманитар коллед жда, Башҡорт төҙөлөш колледжы һәм профессиональ - техник уч илищела ла урта профессиональ белем алырға була.
       Бөгөнгө көнгә булған 42 мәктәптең барыһы ла Белем көнөн ҡ аршыларға әҙер. Яңы уҡыу йылында ете меңгә яҡын бала парта а ртына ултырасаҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал