6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Әхлаҡ

Упҡын алдында
19.08.04


       Үҙ үҙенә ҡул һалыусылар был аҙымға ғүмере буйы яҡынлаша тиҙәр. Хатта ваҡытында күреп ҡотҡарып ҡалған осраҡта ла ул б ыл тормош менән бәхилләшеү юлын табасаҡ. Ә инде иҫән ҡалғанд арҙы бер һорау борсой - ниңә Кешене яҡты донъянан үҙ теләге
       менән китергә нимә мәжбүр итә һуң
       Башҡа ауылдарҙа нисектер, белмәйем, ә бына Маня апай йәшә гән ауылда үҙенә ҡул һалыу осраҡтары йыл да булғылап тора. Б ашлыса йәш ирҙәр китә донъянан. Ҡайһыһы эсеп, айныҡ көйө лә башын элмәккә тығыусылар бар... Шишмә ҙур район, халҡы ла кү п. Һуңғы ваҡытта халыҡ яҡшыраҡ йәшәй башланы, тип иҫәпләй Ма ня апай. Ул үҙе пенсия йәшендә. Ейәндәре уның бер ҡасан да а уырымағанына ғәжәпләнә - уфтанып юрған аҫтында ята белмәй ул , дауахана юлын да тапамай.
       Уларҙан бер өй аша Шәүкәт исемле ир ҡатыны Зәлиә һәм ик е балаһы менән көн күрә. Ябай ғаилә инде, башҡаларҙан бер ни мәһе менән дә айырылмай тип әйтергә була. Зәлиә - бик уңған
       хужабикә. Өйөнөң эсе ялтырап тора, иртә һайын өҫтәлдә яңы бешкән ҡоймағы көтә тиҙәр. Бәлки шулайҙыр ҙа, әммә бер яғы б ар - Зәлиә кеше яратмай. Үҙе ошо яҡтарҙа тыуып үҫһә лә, яҡын
       күршеләре менән дә тешен ҡыҫып ҡына һөйләшә, тупһаһынан төп кә үткәрмәй, һаулыҡ та һораша белмәй. Маня апайҙың һул яҡ кү ршеһе Розалина йыш ҡына: "Маня апай, ҡара әле! Урам буйлап к итеп бара - кеше күрә алмағаны йөҙөнә яҙылған. Тфү!" - тип й әне көйөп һөйләнә.
       Шәүкәт көн дә иртә менән тороп эшкә китә, кисен һуҡмышыра ҡ булып өйөнә ҡайта. Ҡасан нисек инде. Әммә һәр ваҡыт йылмай ып һаулыҡ, хәл - әхүәл һораша. Эсеүен эскеләһә лә, бер ваҡ ытта лы янъял ҡуптармай ул, иң мөһиме, ғаиләһен ҡарай. Бер к өн дә эшһеҙ ултырмай, эш хаҡынан тыш тоҡлап онон, шәкәрен дә
       алып ҡайта. Эсеүе инде, үҙе әйтмешләй, "шабашка" аҡсаһына. Һәр хәлдә улы менән ҡыҙы бер нимәгә лә етешһеҙлек кисермәй, мәктәптә лә матур кейемдәре менән айырылып торалар.
       Бер көнө Маня апай баҡсаһында йөрөй ине, ҡапҡа асыҡ - ҡыҙ ы һыу ташый. Шәүкәт килеп инде, һаулыҡ һорашты, тубыҡланып у лтырып тәмәкеһен төрҙө. Төтөндән күҙҙәрен йомғолап, былай ти п һүҙ башланы:" Ҡыҙыңа ҡарайым да мин, Маня апай, йәлләп ҡуя м. Сибек кенә бит ул, ә йорттағы бар ирҙәр эше уның өҫтөндә. .. Был дөрөҫ түгел. Ниңә кейәүгә сыҡмай ул". "Үҙенән һора",
       - тип ҡырыҫ ҡына яуап бирҙе Маня апай. Был һорау уның үҙен дә борсой. "Ә бына һин үҙең ниңә яңғыҙ" - тип дауам итте Шә үкәт. "Минең элеккем ни... эсте, туҡманы...". "Яратмаған, ти мәк", - тип һығымта яһаны Шәүкәт. "Ә һин үҙеңдекен яратыһың килеп сыға инде", - тип дауам итте ҡатын. "Ниндәй мөхәббәт б улһын ти, эсмәһәм өйләнер инемме ни мин уға".
       Һуңынан осраҡлы рәүештә генә Маня апай Шәүкәттең ауылдаш ҡатынынан уның яратҡан ҡыҙы менән өйләнешеүенә ҡыҙҙың ата - әсәһе ҡаршы төшөү тарихын белде. Шуға беренсе осрағанды алғ ­ да ҡайтҡан икән.
       ... Йәй башында Шәүкәт аҫылынып үлде. Маня апай был хәбәр ҙе ишеткәс, башына һуҡҡандай булды. Һуңғы көндәрҙә Шәүкәт әл лә ниндәй ине. Ир - аттар менән һөйләшә, ә күҙҙәрендә бушлыҡ
       сайпыла. "Зәлиә ирен тәки юҡҡа сығарҙы", - тине килеп ингән
       Розалина. "Ни эшләп һин ҡатыны ғәйепле тип уйлайһың" - тип
       ҡатын күршеһенә күтәрелеп ҡараны. "Ауылда барыһы ла шулай т и" булды яуап.
       Ишек шаҡығанға барып асһа, Маня апай артына йығылып китә яҙҙы, тупһала ... Зәлиә тора ине. Ә инде ул һүҙ башлағас, бө төнләй аптыраны, үҙенә кәрәккәндә ҡайһылай матур итеп һөйләш ә ала икән был ҡатын. "Мулла килә йыназа уҡырға, һин дә кил" , - тип саҡыра. Маня апай ҡаштарын күтәрҙе: "Туҡта, үҙенә ҡу л һалғандарға йыназа сығырға ярамай ҙа инде. Һеҙҙе, мосолман дарҙы белмәйем, әлбиттә, әммә беҙҙә йыназа сығыу түгел, ете йыл буйы иҫкә төшөрөргә лә ярамай, гөнаһ". Әйтте лә бөттө, б арып хәйер генә бирҙе лә кире әйләнде.
       Бер нисә көндән Шәүкәттең 15 йәшлек ҡыҙы кәңәш һорап килд е уға. "Һеҙ Өфөнө яҡшы беләһегеҙ бит, кәңәш бирегеҙсе, ниндә й училищеға барайым икән". Баҡһаң, бер нисә көн элек әсәһе уҡытыусы менән геү килеп талашҡан икән, хәҙер ҡыҙыҡайға ауыл дан сығып китеүҙән башҡа сара юҡ. Бер ай самаһы ваҡыт үткәс улдары ла Себергә китеп барҙы. Зәлиә яландай өйҙә япа - яңғы ҙ тороп ҡалды.

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал