6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Һүрәттәрҙә рәсамдың күңел донъяһы
17.08.04


       Өфө ҡыҙы, йәш рәссам Айгөл Байрамғолованың күргәҙмәһенә
       ҙур теләк менән барҙым. Ул Башҡорт дәүләт педагогия универ ситетының художество - графика факультетында уҡыған, 2002 йы лда ВГИК - ты уңышлы тамамлап, мультипликацион фильмдар ҡуй ыусы рәссам һөнәренә эйә була. Әлеге ваҡытта яҡташыбыҙ тормо ш иптәше Әнүәр менән Алматы ҡалаһында йәшәй, ул үҫтерәләр.
       Айгөл университетта уҡығанда уҡ халҡыбыҙҙың тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Дипломын да "Башҡорт халҡының килеп
       сығыуы тураһында легендалар" темаһына яҡлай. Линогравюра те хникаһында башҡарылған был серияның һәр бер һүрәте айырым бе р ырыуҙың тарихын, тамғаһын һәм тотемын сағылдыра. Айгөлдөң ВГИК - ты тамамлағанда эшләгән дипломы Сыңғыҙ Айматовтың "Пе гий пес, бегущий краем моря" повесы буйынса яҙылған.
       Бында ҡуйылған эштәр Айгөл төшөргән һүрәттәрҙең бик аҙ өл өшө, әлбиттә, әммә улар аша ла рәссамдың күңел донъяһын күре п була. Йәй көндәрен баш ҡалабыҙҙа үткәреп тә был күргәҙмәне
       килеп күрмәүселәр бик күп нимә юғалтасаҡ...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал