6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Моң донъяһы

Ҡурай оҫтаһының серҙәре
19.08.03


       Күҙҙәре һәр ваҡыт көлөп торған был йәш егеткә ҡасандыр мин у ҡытыусы булараҡ асыуланған саҡтарым булды. Бетховен симфония лары, Гайдндың сонеттарына битарафлығын ул бер ваҡытта ла й әшермәне, ә мин, ул саҡта йәш уҡытыусы, яуап итеп был студен тҡа "зарубежка" предметынан "икеле"ләр теҙә торғайным... Ул
       ваҡыттан һуң байтаҡ йылдар үтте, һәм бына тағы беҙ ҡапма - ҡаршы ултырып музыка хаҡында әңгәмә ҡорабыҙ. Хәҙер мин уға һ оҡланып ҡарайым. һәр төрлө халыҡты -- смокинг кейгәненме, ел әнме, ямалған джинс йә ал костюммы -- барыһын да үҙенең ҡура йҙа уйнау оҫталығы менән таң ҡалдырғаны өсөн генә түгел, ә б ыл тылсымлы музыка ҡоралына булған ҡарашы өсөн дә. Ҡурайсыны ң был инструментта уйнау оҫталығы сикһеҙ. Һәм мин үҙемде "мэ тр" алдында ултырған студенттай тоям. Ә ул сикһеҙ популяр бу лыуына, заманса имиджына, ҡулындағы "мобильник"ка, сит ил ма шинаһына ҡарамаҫтан барыьер элекке көләс йөҙлө егет булып ҡа ла бирә. Таныш булығыҙ: ул -- Роберт Юлдашев. --- Роберт, барлыҡ башҡорт ҡурайҙары араһында бары тик һинек е генә симфоник оркестрға органик рәүештә ҡушылып уйнай ала. Бының сере нимәлә -- Музыканың мөмкинселектәре сикһеҙ, бары тик уны талантлы, колоритлы һәм матур итеп эшләргә кәрәк. Үткән быуат башында
       бөйөк балалайкасы Андреев ҙур сәхнәлә симфоник оркестр менә н соло уйнап таң ҡалдырған. Хәҙер ҙә ҡурайҙа Бахтың, Моцартт ың әҫәрҙәрен уйнайҙар. Профессиональ башҡорт музыканттарының
       ҡурай ҡатнашлығында яҙылған симфоник әҫәрҙәре бар. Тик, ҡыҙ ғанысҡа ҡаршы, ҡурай партияһы күп осраҡта тембр биҙәүе өсөн генә йә билдәле социаль заказ булараҡ файҙаланыла. Бәлки беҙ ҙең йәмғиәттең был инструмент ярҙамында сикһеҙ күп нәмә эшлә п булыуын тулыһынса аңлау һәм баһалау дәрәжәһенә етмәгәнлеге нәндер ул. -- Дирижерҙар әйтеүенсә, ҡурай үҙенең тәбиғи төҙөлөшө буйынс асимфоник инструменттар менән тап килә алмай. Ә һин ҡурайҙа Европа, Көнсығыш системаһында йә джаз стилендә уйнай алаһың.
       Был ҡайҙан килә -- Оркестрҙа ҡурай моңо яңғырай алмай тип һанау инструмент ғәйебе түгел, ә башҡарыу мәктәбенең дөрөҫ булмауында. Ҡурайҙ а биш тишек икән, тимәк унан биш нота ғына сығарып була тип һанарға ярамай. Скрипкала ла бит дүрт кенә ҡыл бар, әммә ысы н скрипкасы унан теләгән көйөн сығара ала. Был иһә техника э ше. Төрлө камиллаштырыуҙарға килгәндә инде, бында өлгө булып
       симфоник ағас ҡына хеҙмәт итә ала -- кларнет, габой, флейта . Ә үҙеңдең айырым темперацияңды булдырыуҙы велосипед уйлап табыу менән сағыштырыр инем мин: барыбер алама килеп сығасаҡ . Мин ундай инструментта уйнап ҡараным -- бик уңайһыҙ. Шуға күрә ата - бабаларыбыҙ уйнаған ҡурайҙы хуп күрәм. Бар сере о шонда. -- Ә һине ҡурайҙа уйнарға кем өйрәтте, олатайыңмы әллә инст итут профессорҙарымы --- Мине өйрәтеүселәр профессиональ музыканттар түгел, әммә бына тигән оҫталар. Ул ваҡытта ҡурайға булған ҡараш бөгөнгө
       кеүек түгел ине. 70 - се йылдарҙың "Ҡурайҙан операға тиклем " тигән лозунгы үҙе үк күп нимә тураһында һөйләй: ҡурай, йән әһе, иҫкелек ҡалдығы, ә опера иң юғары музыкаль ҡаҙаныш. Ҡар ағыҙ, ул ваҡыттағы аҡһаҡал - композиторҙар үҙҙәре ҡурайсы бу лһалар ҙа, ҡурай өсөн көйҙәр яҙмағандар. Мин алтынсы класта уҡығанда беҙгә яңы хеҙмәт уҡытыусыһы - Әҙһәм Исҡужин -- килд е. Ул халыҡ сәнғәтенең ысын белгесе ине. Колхозға эшкә демоб илизацияланған хәрби осоусы, ул Өфөгә килгәнсе ауыл ҡарттары нан йырҙар, легендалар өйрәнгән. Бер дәрес ваҡытында төрлө с үкеш һәм бысҡылар араһында мин ниндәйҙер торба табып шуға өр өп ҡараным. Исҡужин быны шунда уҡ күреп ҡалып яныма килде:"У йнайһыңмы"--"Юҡ"--"Теләгең бармы һуң"--"Әлбиттә!" Шул көнд ән минең карьерам башланды тип әйтергә була. Көн һайын дәрес тәрҙән һуң ҡалып ҡараңғы төшкәнен дә һиҙмәйенсә шөғөлләндек беҙ. Ике йыллап ваҡыт үткәс Исҡужинға ҡунаҡҡа Юлай Ғәйнетдин ов килде. Ул да Әҙһәм ағайҙың уҡыусыһы. Минең уйнағанымды иш еткәс, Сәнғәт институты эргәһендәге музыка мәктәбенә уҡырға инергә тәҡдим яһаны ул. Үҙе лә шунда математиканан уҡыта ине . Мин уға тиклем үҙ теләгем менән түгел, бары тик атай - әс әйем ҡушҡан өсөн генә музыкаль мәктәптә аккордеонда уйнарға өйрәнә инем. Грамотаны белгәс мине кларнет класына уҡырға ал дылар. Яратҡан ҡурайымда уйнарға иһә Ғәйнетдиновтан өйрәнеүе мде дауам иттем. Бер аҙҙан кларнетта уйнарға шул тиклем оҫта рҙым, хатта Гнесинкила уҡытыусы профессор Мозговенко мине Мә скәүгә уҡырға саҡырҙы... Әммә ваҡыт үткән һайын ҡурай башҡа мауығыуҙарымды ҡыҫырыҡлап сығарҙы, шулай ҙа миңә ҡурайсы бул араҡ академик мәктәп күп нәмә бирҙе. -- 17 йәштә һин Гран - приға лайыҡ булдың... -- Эйе, 1988 - се йылда үткән Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ко нкурста. Ул совет заманында иң тәүге виртуоз - ҡурайсы булға н. 1928 йылда ҙур делегация составында Францияға совет мәҙән иәте көндренә барған ул. Сәхнәгә ябай ҡурай үләне тотоп сығы п, унан инструмент яһай, ыңғайында оҙон көй йырлай башлаған.
       Ҡурайын эшләп бөтөп тишектәр тишкән һәм уйнап та ебәргән. Т амашасылар таң ҡала, ә бер бай француз ҡатыны сәхнәгә йүгере п менеп бармағынан бриллиант ҡашлы йөҙөктө сисеп Иҫәнбаевтың
       ҡурайына кейҙергән... -- Ә бөгөн ҡурай моңо башҡа милләт халҡында ҡыҙыҡһыныу тыуҙы рамы -- Үткән ун йыллыҡтар менән сағыштырғанда тап хәҙер был ҡыҙы ҡһыныу артты ла инде. Дживан Гаспарян тигән исемде иеткәнеге ҙ бармы Был башҡарыусының баш әйләндерерлек карьераһы ябай әрмән халыҡ инструментында уйнауҙан башланып киткән. 30 йыл
       элек уның уйнағанын билдәле "Генезис" рок - төркөм солисы П итер Габриэл ишетеп ҡалған һәм үҙенә партнер итеп алған. Һуң ғараҡ Гаспарян Голливудта эшләй, бик билдәле кеше булып китә . 2000 йылда Гаспарян Өфөләге джаз фестивалендә концерт бирҙ е. Шунда мин тәү тапҡыр дудуктың ниндәйерәк инструмент икәнл еген белдем -- ул персик ағасынан яһала һәм ниндйҙер "илаҡ" тауыш сығара. Был тауышта күпте күргән әрмән халҡының быуатт ар төпкөлөнә киткән бар тарихы сағыла. Концерт өс әрмән дуду гына башҡа инструменттар ҡушылып уйнап иҫ киткес матур тамам ланды. Кем мине сәхнәгә этеп сығарғанын хәтерләмәйем инде, ә ¬¬ә ҡурайым менән миңә лә ҡушылырға тура килде. Ә залда "Пар к Горького" төркөмөнөң экс - солисы Николай Носков ултырған булған. Ҡыҫҡаһы, минең яҙмышым ниндәйҙер дәрәжәлә Гаспаряндыҡына оҡш аш. Носковтың ул ваҡытта философия текстары, этник музыка һә м рок ҡатнашлығында ҙур проект әҙерләп йөрөгән ваҡыты булған . Тибетҡа барып тибет һәм һинд флейталарын тыңлап ҡараған, ә ммә уларҙың моңо ла ҡәнәғәтлендермәгән уны. Ә ҡурай басында һәм өзләүҙә ул күптән эҙләгән мөмкинселектәрен тапҡан да инд е. Мәғлүмәт өсөн: "Парк Горького" "Билборд" инглиз журналыны ң хит - парадына ингән берҙән - бер Рәсәй төркөмө. Шоу - биз нес мәктәбен Носков Америкала үткән, шулай булғас ҡурайҙың б ик етди проектҡа һайланыуы уның бөтә донъяла танылыу яулауы тураһында һөйләй. Хәҙер беҙ бергә эшләйбеҙ, миңә Өфө менән М әскәү араһында йәшәргә тура килә. -- Ун йылдар самаһы элек һинең ҡурайҙа уйнаған ламбадаң бөтә
       Өфөнө әйләнеп сыҡҡайны. Шул ваҡыттан башлап һин үҙеңде, аңл ауымса, симфоник йә иһә рок музыкала яҡшы тойоу ғына түгел, еңел поп музыканан да баш тартмайһың. -- Әгәр бындай музыканы тыңларға теләүселәр бар икән, ни өсө н уйнамаҫҡа ти. Тормош үҙе мәжбүр итә -- минең ғаиләм, балал арым бар бит. Клуб һәм ресторандарҙа ла ижади уйнап була. Әй ткәндәй, латин Америкаһы, Перу, Ирландия көйҙәре лә ҡурайға бик яҡшы ята. Минең даими эш урыным -- Г. Маркоров етәкселег әндәге симфо - джаз - оркестры бындай эксперименттар өсөн ҙу р мөмкинселектәр бирә. Әгәр хыял тураһында һорайһығыҙ икән, байығас, ҡурай моңоноң барлыҡ тәрәнлеген бирерҙәй "Бөйөк дал а тарихы" тигән компакт - диск яҙып сығарырға ине. Ҡурай әрм әндәрҙең дудугы кеүек үк башҡорт халҡының бар тарихын, рухи асылын үҙенә йыйыған уйын ҡоралы ул. Әммә уны күрһәтер өсөн күп уҡырға, өйрәнергә кәрәк. Әлеге моментта мин бөйөк тарих сы Лев Гумилевтыңң этногенез теорияһын үҙем өсөн өйрәнәм. Йә шерәк ваҡытымда ялҡауланып күп нәмәне өйрәнмәгәнемә, ҡулдан ысҡындырғаныма асыуым килә. Ғүмер бит ул һәр бер нәмәгә бәлә кәй генә киҫәк ваҡыт бирә.

Лили? Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал